«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республикала «Берҙәм Рәсәй» көндәре үтә



13.09.2011 Республикала «Берҙәм Рәсәй» көндәре үтә

Партияның төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә партияның төбәк бүлексәһе делегацияһы Туймазы районында һәм Октябрьский ҡалаһында булып ҡайтты.
Туймазы районында делегация урындағы етештереүселәр тауарҙары күргәҙмәһендә, яңы тыуған сабыйҙарҙы бала табыу йортонан ҡаршы алыу, никах теркәү тантаналарында, ҡала паркындағы балалар байрамында ҡатнашты, халыҡ университетында белем алыусылар һәм Туймазы районының ветерандар советы ағзалары, эшҡыуарҙары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Туймазылағы бүлексәһе ағзалары менән осрашты, райондың бер нисә сәнәғәт һәм аграр предприятиеһы эшмәкәрлеге менән танышты.
Октябрьскийҙа мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионатын, драг-рейсинг буйынса республика беренселеген һәм Ринат Мәрҙәншиндың спидвей буйынса VII мемориалын, шулай уҡ гемодиализ үҙәген, ӨДНТУ-ның яңы корпусын асыу тантанаһында, ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашты, «Үҙ йортом» республика программаһына ярашлы ҡалала шәхси торлаҡ йорттар төҙөү барышы менән ҡыҙыҡһынды, 2-се ҡала дауаханаһында, ҡаланың бизнес-инкубаторында булды.
Константин Толкачев билдәләүенсә, Октябрьскийҙың «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһе республикала иң көслө һәм әүҙем эшләүселәрҙән. Сөнки бында һәр саҡ халыҡ менән эшләүҙең яңы формалары эҙләнелә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға