«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



10.09.2011 Был аҙнала беҙҙе...

Көйөндөрҙө...
Был аҙнала беҙҙе...
Нью-Йорк суды Рәсәй летчигы Константин Ярошен­коны 20 йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы.
Американың хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре иҫәпләүенсә, яҡташыбыҙ енәйәтселәр төркөмөнә ҡушылып, контрабанда юлы менән бер нисә илгә, шул иҫәптән АҡШ-ҡа бер нисә тонна кокаин индерергә һүҙ ҡуйышҡан.
Былтыр Американың махсус хеҙмәте К. Ярошенконы Либерияла ҡулға алып, йәшерен рәүештә ҡушма Штаттарға сығарған. Хөкөм итеүселәр әйтеүенсә, ул махсус агенттарға, билдәле суммаға, наркотикты транспортировкалауға ризалығын биргән. Диктофонға яҙылған һүҙҙәре төп дәлил булып тора.
Ярошенко – АҡШ-та енәйәт ниәте өсөн хөкөм ителгән тәүге Рәсәй гражданы. Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл уларҙа бик күп һорау тыуҙыра. Мәскәү летчикты тыуған иленә ҡайтарырға тырышасаҡ.

һөйөндөрҙө...
Европала хәрби уйынсыҡтарҙан баш тартыу көнө уҙғарылған.
Үткән быуаттың 80-се йылдарынан алып бала­лар­ҙың антимилитар кампанияһы төрлө илдәрҙә үтә. Был көндә малайҙар һәм ҡыҙҙар һуғышты һынландырған уйынсыҡтарын тәмлекәстәргә алмаштыра, ә компьютер уйындары юҡ ителә.

Аптыратты...
Мысыр илселегенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер унда визалар биреү тәртибе үҙгәрәсәк.
Туристар хәҙер был илгә тотҡарлыҡһыҙ үтә алмаясаҡ. Был төркөм менән ял итеүселәргә генә ҡағылмай. Урындағы власть әһелдәрен сит ил граждандарының ҡыҙыл диңгеҙ буйында үҙҙәрен нисек тотоуы борсоуға һала. Улар унда алкоголле эсемлек­тәр­ҙе һатыуҙы һәм ял итеүселәргә пляжда шәрә йөрөүҙе тыймаҡсы.
Әгәр ҙә закон үҙ көсөнә инһә, күптәрҙең был илгә килмәй башлауы көн кеүек асыҡ. Урындағы туристик ойошмалар хеҙмәткәр­ҙәре иҫәпләүенсә, илдең йылына 13 миллиард доллар килемен юғалтыуы ихтимал.

ҡайғыртты...
Көнсығыш Африкала, йәғни Эфиопия, Кения, Джибути, Уганда, Сомали илдәрендә көслө ҡоролоҡ ҡотора.
Бындай хәл 60 йыл элек тә булған. Сомалиҙа тәбиғәт көйһөҙлөгө арҡаһында аслыҡтан дүрт ай эсендә 750000 кеше һәләк булыуы ихтимал. Етмәһә, унда һаман да 20 йылға һуҙыл­ған граждандар һуғышы туҡтамай. Халыҡтың 58 проценты аслыҡтан интегә. Балалар һәм үҫмер­ҙәр күпләп ҡырыла, төрлө инфекциялар менән ауырыусылар арта.
Бөгөн Африканың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе 12 миллион кеше аҙыҡ-түлеккә мохтаж.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға