«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республика башлығы Рәсәй – Дания дипломатик сараларында ҡатнашты



10.09.2011 Республика башлығы Рәсәй – Дания дипломатик сараларында ҡатнашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев исеменән Дания королеваһы Маргрете II хөрмәтенә әҙерләнгән Дәүләт ашында, шулай уҡ Ғали йәнәптәренең яуап мәжлесендә ҡатнашты.
Сара барышында бик күп эшлекле осрашыу үтте, энергияны һаҡсыл ҡулланыу һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге перспективалы проекттар ҡаралды. Был проекттарҙың бер нисәүһен Башҡортостанда тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, беҙҙең республикала Данияның Danfoss компанияһы вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һүҙ барҙы. Улар беҙҙә күптән түгел танышыу сәфәрендә булып ҡайтҡайны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға