11.09.2010 «Маҡсатыбыҙ – республика етәкселегенә бюджет сәйәсәте мәсьәләләрендә ярҙам итеү»
Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин Республика йортонда БР Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Павел Крашенинников ҡатнашлығында республиканың дәүләт органдары һәм федераль власть органдарының территориаль структуралары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
Унда республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Сергей Вадимовичтың контролләү эшмәкәрлегендә, коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә, һис һүҙһеҙ, тәжрибәһе ҙур, һәм беҙгә 2011 йылға республика бюджетын ойоштороу һәм булдырыу өсөн уның тәжрибәһе бик мөһим, тине.
Президент, республикала артабанғы үҫеш өсөн яҡшы нигеҙ һәм шарттар бар, тип белдерҙе. «Төп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге ун алдынғы субъекты иҫәбенә инә. Әммә сәнәғәт производствоһын диверсификациялау, энергетика һәм экологик иҡтисад өсөн шарттар һәм стимулдар булдырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү, заманса технологияларҙы индереү һәм үҫтереү кеүек мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Республиканың башҡарма власы органдарының эшмәкәрлек йоғонтоһо динамикаһы буйынса рейтингыла республика 2009 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә почетлы һигеҙенсе урынды биләй».
Рөстәм Хәмитов бюджет тәьминәтенең түбән булыуын билдәләне. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан – 53 – 54-се, уртаса эш хаҡы буйынса 28 – 29-сы урында. Мәктәпкәсә балалар учреждениеларын төҙөү проблемалары ла бар.
«Әммә был мәсьәләләр хәл ителерлек, бының менән шөғөлләнәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шулай уҡ беҙ республика иҡтисадын модернизациялау менән шөғөлләнәбеҙ, һәм был юҫыҡта 2011 йыл бюджетын булдырыуҙа беҙҙең алда яңы бурыстар тора, уларҙы хәл итеүгә тейешле ресурстар йүнәлтеләсәк».
Сергей Степашин республиканың яңы етәкселегенә контроль йәһәтенән генә түгел, ә төбәктең бюджет сәйәсәте һәм социаль-иҡтисади үҫешен планлаштырыу мәсьәләләрендә лә ярҙам күрһәтеү маҡсатында килеүен белдерҙе: «Беҙ республика, РФ Иҫәп палатаһы вәкилдәренән, әйҙәүсе эксперттарҙы һәм белгестәрҙе йәлеп итеп, берлектәге эш төркөмөн булдырырға килештек, ә Павел Крашенинниковҡа РФ Дәүләт Думаһы тарафынан махсус эш, шул иҫәптән әлеге ваҡытта мөһим һәм киҫкен торған милек мәсьәләләре буйынса эш ҡушылған. Иҫәп палатаһында был эш төркөмөн Александр Пискунов етәкләй».
Иҫәп палатаһы рәйесе, Иҫәп палатаһы контролләүсе орган булһа ла, беҙ арыраҡ китергә, йәғни тикшерергә генә түгел, ә етди тикшеренеү эше алып барырға булдыҡ, тине.
Сергей Степашин Рөстәм Хәмитовты БР Президенты вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм артабанғы эшендә уңыштар теләне.
РФ Иҫәп палатаһы рәйесе Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәл-торошона баһа бирҙе.
Уның билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең иҡтисади яҡтан имен булған субъекттары иҫәбендә. 2009 – 2010 йылдарҙағы көрсөккә ҡаршы комплекслы программалар сиктәрендә байтаҡ эш башҡарылды. «Әммә, яҡшы эш-ғәмәлдәр менән бер рәттән, федераль закондарҙан тайпылыуға һәм финанс закондарын боҙоуға ла юл ҡуйылған.
РФ Иҫәп палатаһы рәйесенең һүҙҙәренсә, 2005 йылда БР Пенсия фондында, 2007 йылға тиклем, республиканы үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программаһын үтәү, «Башкирские авиалинии» компанияһын банкротлауҙы бойомға ашырыу барышында етди закон боҙоуҙар асыҡланған. «Бюджетты ғына түгел, ә бөтә финанс-иҡтисади эшмәкәрлекте, шул иҫәптән БР милкен йоғонтоло файҙаланыуҙы ла яңынан комплекслы тикшерергә кәрәк, – тип билдәләне Степашин. – БР Контроль-иҫәп палатаһы позицияларын нығытып, үҙ эшен башҡара башлаясаҡ. Закондарығыҙ ҙа, вәкәләттәр ҙә насарҙан түгел. Республикала бойондороҡһоҙ, йоғонтоло, профессиональ финанс контроле органы булырға тейеш. Беҙ методик йәһәттән, кадрҙар менән, ойоштороу яғынан ярҙам итәсәкбеҙ».
Сергей Степашин республиканың үҫеш потенциалы перспективаларына айырым туҡталды. Был йәһәттән иң тәү бурыс булып инновацион үҫеш юлына баҫыу тора. Ошо юҫыҡта республикала һәйбәт башланғыстар бар: энергияны һаҡлау программаһы тормошҡа ашырыла, моноҡалаларҙы реструктуризациялауҙың перспективалы йүнәлештәрен өйрәнеү эше алып барыла, яңы машиналар эшләү өлгөләрен етештереүҙе дәртләндереү эше ойошторолған, сит ил ауыл хужалығы техникаһын беҙҙә йыйыу производствоһын ойошторорға ҡарар ителгән. Әммә, нефть комплексы, химия сәнәғәте, машиналар эшләүҙән тыш, республика иҡтисадында ауыл һәм урман хужалыҡтары ла ҙур әһәмиәткә эйә. Әйткәндәй, урман хужалығы темаһы Иҫәп палатаһы өсөн айырым тикшереү темаһы булып тора. Асыҡланыуынса, Башҡортостандағы урмандар хәҙер республиканыҡы түгел.
Сергей Степашин Урал аръяғында ауыл хужалығы өсөн маркетинг һәм логистик тәьмин ителештең бик актуаль булыуын билдәләне. БР Президентының, яңыраҡ асылған Сибай аэропорты мөмкинлектәрен мөмкин тиклем файҙаланырға кәрәк, тигән фекере менән килеште. Ул республикала уникаль туристик һәм рекреацион ресурстар тураһында ла иҫтән сығарырға ярамағанлығына баҫым яһаны.
***
Сергей Степашин менән БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡоролоҡтан иң күп зыян күргән Ауырғазы һәм Ғафури райондарының ауыл хужалығы предприятиелары менән танышты.
Сергей Степашин район етәкселәренән киләһе яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сығыуға күпме аҡса кәрәгәсәге, ауыл эшсәндәренең эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
***
Мәскәү ҡунаҡтары «Красноусол» шифаханаһы йәнәшендә төҙөлгән яңы мәсеттә булып, унда йыйылған халыҡты Ураҙа ғәйете менән ҡотланы.
Аҙаҡ делегация Табын ауылындағы ҡарттар һәм етемдәр социаль приютында булды, ауыл халҡы менән аралашты. Шулай уҡ Богородица-Табын ҡорамы ла ҡунаҡтарҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.