«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү бына нимәгә килтерә



03.09.2011 Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү бына нимәгә килтерә

Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү бына нимәгә килтерә
1 сентябрҙә иртәнсәк Көньяҡ Урал тимер юлының «Челябинск-Главный» станцияһында поезд вагондарының береһендә 20 литрҙан ашыу бром түгелеүе арҡаһында тирә-яҡҡа әсе еҫ тарала. Һөҙөмтәлә Силәбе һәм Копейск ҡалаларының медицина учреждениеларына 150-гә яҡын кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, уларҙың 40-тан ашыуы дауаханаға дауаланыуға оҙатыла.
Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара. Ғәйеплеләргә химик матдәне ташыу һәм һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн (бромды быяла һауыттарҙа ташыу ҡәтғи тыйыла) яуап бирергә тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға