03.09.2011 Рәсәйҙә кемгә йәшәүе еңел?
Төбәк мәғлүмәттәре институты илебеҙҙең төрлө төбәгендә йәшәү сифаты күрһәткесен билдәләгән. Тикшереүселәр тәү сиратта халыҡтың иҡтисади хәленә, хәүефһеҙлек кимәленә, эш табыу мөмкинлегенә, сит яҡтарҙан күсеп килеүселәрҙең һанына, шулай уҡ бер йәшкә тиклемге балалар араһында үлем осрағына иғтибар иткән.
Рәсәйҙә кемгә йәшәүе еңел һуң? Был исемлектә Мәскәү ҡалаһы – лидер, Санкт-Петербург – икенсе, ә Ямал-Ненец Автономиялы Округы өсөнсө урында. Мәскәү өлкәһе менән Татарстан да тәүге бишәү исемлегендә.
82 субъект араһында Башҡортостан 28-се урында. Бер йыл элек республикабыҙ – 19-сы, ә 2009 йылда 15-се урында булған.
Ә бына Йәмәғәт фекере фонды үткәргән социологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе башҡасараҡ. Тәүге өс төбәк исемлегендә – Белгород, Кемерово өлкәләре һәм Ямал-Ненец Автономиялы Округы. Башҡортостан, Ханты-Манси Автономиялы Округы 13-сө урында.