«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡтан законһыҙ аҡса алғандар



11.09.2010 Халыҡтан законһыҙ аҡса алғандар

Дыуан районы прокуроры план буйынса үткәрелгән тикшереү барышында ҡануниәт боҙоу осрағын асыҡлаған: «Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге» муниципаль учреждениеһында төҙөлөшкә рөхсәт биреү һәм ер участкаһының планын әҙерләү өсөн түләү алғандар.
Граждандар – 2500 һум, юридик шәхестәр 7500 һум аҡса түләгән. Әммә, РФ ҡала төҙөлөшө кодексының 46-сы статьяһының 17-се пунктына ярашлы, бындай документтар мөрәжәғәт килгәндән һуң 30 көн эсендә бушлай бирелергә тейеш.
Район прокуроры район хакимиәтенең законһыҙ эштәренә ҡаршы судҡа ялыу биргән, ә унда чиновниктарҙы документтарҙы бушлай бирергә мәжбүр иткәндәр, тип хәбәр итә БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға