30.08.2011 һөт, һөт, һөт..
Башҡортостан малсылыҡтың һөтсөлөк тармағын үҫтереү буйынса яңы милли программаға юл аса
Йәшәгән һайын үҙең өсөн яңы донъя асаһың. Баҡһаң, Башҡортостан Рәсәйҙең һөт буйынса «баш ҡалаһы», төп һөт төбәге икән. Сөнки Рәсәй буйынса нәҡ беҙҙә, Башҡортостанда, иң күп һыйыр малы аҫрала һәм иң күп һөт һәм һөт продукцияһы етештерелә! Йәғни беҙ һөт диңгеҙендә йөҙәбеҙ. Бына шуға күрә лә нәҡ беҙҙә һөткә һәм һөт продукцияһына иң арзан хаҡтар! Бына шуға күрә лә нәҡ беҙҙә «Һөтлө ил – 2011» тигән Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарыласаҡ. Уны ойоштороусылар – РФ Ауыл хужалығы министрлығы, БР Хөкүмәте, «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ярҙамында Милли һөт етештереүселәр союзы етди һәм ҙур байрам – һөт фестивале аша бөтә Рәсәйгә һәм барлыҡ донъяға Башҡортостандың һөт бренды тураһында яр һалмаҡсы! Башҡорт аты, балы һәм ҡымыҙынан тыш, тағы ла башҡорт һөтө тиҙҙән барлыҡ донъяла танылыу яулаясаҡ!
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында сығыш яһаусы Милли һөт етештереүселәр союзы идараһы рәйесе Андрей Даниленко һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Эрнст Исаевтың һөйләгәндәренән, 3 сентябрҙә үтәсәк был фестиваль күренештәре ап-асыҡ булып күҙ алдына килде: иртәнге сәғәттәрҙә бөтә Өфө халҡы ғына түгел, ә райондарҙан да килгән ҡунаҡтар, балаларын етәкләп, «ҡала советы» туҡталышына ағыла; М. Ғафури исемендәге паркта һәр ерҙә музыка; Гиннестың рекордтар китабына инеү маҡсатында һөт эсергә теләгән һәр кеше өсөн һөт тулы өҫтәлдәр тирәләй халыҡ йыйылған – кемдер һөт эсә, ә икенселәр, шау-гөр килеп хуплап, уларҙы күҙәтә; өсөнсөләр һөт йәрминкәһенә ашыға; дүртенселәр фестиваль ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән 2 метр диаметрлы ҡыҫтыбыйҙан ауыҙ итеү өсөн сиратҡа баҫҡан; бишенселәр – башлыса, нәфис зат вәкилдәре һөт косметикаһын «татып» ҡарар өсөн матурлыҡ салонына инергә түҙмәй; алтынсылар – «ҡала балалары» –«һөтсөлөк фермаһы»нда һауынсыларҙың һыйыр һауғанын ҡарап, ауыҙҙарын ябырға онотҡан – баҡһаң, «һөт йылғаһы» һыйырҙың елененән ағып сыға икән дәһә; етенселәр һәр төрлө аттракциондарҙа күңел аса һәм башҡалар.
Сәғәт теүәл 11-ҙә халыҡ фестиваль рәсми асылған ергә эркелә: унда республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Мәскәү ҡунаҡтары – РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник, РФ «Роспотребнадзор» етәксеһе Геннадий Онищенко был сараның шундай ҙа ҙур бөтә халыҡ байрамына әүерелеүенә хайран ҡалып ҡарап тора...
Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтә донъяла беренсе тапҡыр үткәреләсәк һөт фестивален бөтә халыҡ, ғаилә байрамына әүерелдереүҙең төп маҡсаты – яңы милли программаға башланғыс һалыу. Әммә был сара ыңғайы бойомға ашырыласаҡ ниәттәр ҙә байтаҡ. Әйтәйек, үҙебеҙҙең һөт һәм һөт продукцияһын етештереүселәрҙе данлау, күтәреү, күрһәтеү. Тағы ла: кеше организмына үтә лә файҙалы һөт һәм һөт продукцияһын рекламалау аша халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәү, йәғни һөт һәм һөт продукцияһын ҡулланыуҙы арттырыуға йәлеп итеү. Сөнки, сығыш яһаусылар билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда ғына түгел, ғөмүмән, бөтә илдә һөт һәм һөт продукцияһын ҡулланыу нисбәте ныҡ кәмегән – бер кеше йылына 240 килограмм ғына һөт ҡуллана икән! Быларға өҫтәп, сара тағы ла халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешенең матур традицияларын тергеҙеүгә булышлыҡ итәсәк. Сөнки был көндө һыйыр һөтө генә түгел, ә бейә, кәзә һөтөнә лә урын һәм иғтибар етерлек булмаҡсы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, фестивалдә Башҡортостанда һөт һәм һөт продукцияһын етештереү өлгөһө бөтә Рәсәйгә таралырға тейеш: Исаевтың һүҙҙәренсә, беҙҙең Ағиҙел йылғаһының исеме лә аҡ, йәғни һөт йылғаһына ауаздаш, һәм һөт идеологияһы, Олимпиада уты һымаҡ, бөтә Рәсәй төбәктәренә тапшырылырға тейеш! Әйткәндәй, был идея менән Мәскәү, Санкт-Петербург тарафтарында ла ҡыҙыҡһына башлағандар икән.
Шулай итеп, беҙҙә башланған һөткә дан йырлау сараһы артабан тәүҙә Рәсәй субъекттарына таралып, бөтә донъяны солғап алһа, кемдән сыҡҡан – Башҡортостандан, тигән исеме ҡаласаҡ. Матур ҙа, фәһемле лә сараны тамаша ҡылырға ғына түгел, ә унда ҡатнашырға теләгән һәр кем 3 сентябрҙә Өфөгә, ҡала хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанға, рәхим итә ала.