«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Бюджетник»тарҙың эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ



30.08.2011 «Бюджетник»тарҙың эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ

Быйыл йыл аҙағына тиклем республиканың дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 15 процентҡа артасаҡ.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының эш төркөмө ултырышында ағымдағы йылдың ғинуарынан июнгә тиклем бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәленә үткәрелгән мониторинг йомғаҡтары, шулай уҡ республикалағы дәүләт һәм муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреү буйынса тармаҡ министрлыҡтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тикшерелде. Мониторинг йомғаҡтары бу­йынса, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 2011 йылдың ғинуар – июнендә муниципаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 11 процентҡа артҡан һәм 10504 һум тәшкил иткән, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәр­ҙәренеке иһә, 8 процентҡа күтәрелеп, 12247 һумға еткән.
Дөйөм алғанда, БР Хөкүмәте башҡарма власть органдары алдына хеҙмәт хаҡын 2014 йылға 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға