«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рәсәй юлдары барыһы өсөн дә проблемалы



27.08.2011 Рәсәй юлдары барыһы өсөн дә проблемалы

Акцияла ҡатнашыусылар, Рәсәй юлдары физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡһыҙ, тигән һығымта яһаны
«Мәскәү – Владивосток» маршрутын автомобилдә үтеүселәр үҙҙәренең акцияһын «Доступная транспортная среда и безопасность дорожного движения» тип атаған. 24 августа автомобилселәр Өфөлә туҡталыш яһаны. Акцияла һигеҙ машина ҡатнаша. Горький автозаводы өс «ГАЗель» биргән. Юлда машиналар боҙола ҡалһа, «ГАЗель»дең береһендә урынлашҡан үҙ оҫтаханалары бар. Ике микроавтобуста – завод етештерә башлаған инвалидтар коляскаһын һынап ҡараусылар. ГАЗ вәкиле Марат Бикмырҙин һүҙҙәренсә, быға тиклем автозавод инвалидтар өсөн машина етештермәгән булған. Әле яңы сығарыла башлаған инвалидтар арбаһында Мәскәүҙән ҡаҙанға тиклем юлдың тәүге араһын үткән волонтерҙарҙың береһенең, коляска нығытмаһына тотоноп килеп, ҡулдары ышҡылып, ҡанап бөткән.
– Машиналарҙың етешһеҙлектәре тура­һында автозаводҡа еткереләсәк. Уларҙы сериялап сығарғанға тиклем был етешһеҙлектәр, әлбиттә, бөтөрөләсәк, – тине Халыҡ-ара транспорт академияһы вице-президенты Виктор Досенко.
Акцияла «Фольксваген Пассат» автомобиле лә ҡатнаша. Баҡһаң, немец автоконцерны Паралимпия уйындарының рәсми партнеры булып тора икән.
– Дөйөм алғанда, Рәсәй юлдары бигүк насарҙан түгел, – ти инвалид водитель Ми­хаил Веселов. — «ГАЗель» машиналары, эргономик яҡтан бер аҙ етешһеҙлектәре асыҡлан­һа ла, үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Ә бына юл яны инфраструктураһы инвалидтар – коляскала йөрөүселәр өсөн дә, һаңғырауҙар­ға, телһеҙҙәргә лә бөтөнләй яраҡлаштырылмаған. Әйтәйек, миңә машинамды заправкаларға кәрәк, ти. Ярай мин тел менән аңлаша алам. Әгәр ым менән генә һөйләшкән булһам? Яҙып күрһәтергә тура киләсәк... Бензинды ҡойоп, түләп китерлек кенә итеп автоматика эшләнгән булһасы... ҡыҫҡаһы, юлыбыҙ аҙағына тиклем әле байтаҡ һәм сараға йомғаҡ яһарға иртә әле. Тәүҙә иҫән-һау барып етергә кәрәк.
Акция 20 августа Мәскәүҙә башланған һәм 18 сентябрҙә Владивостокта тамамланырға тейеш. Юл ыңғайы йыйылған бөтә мәғлүмәттәр ҙә Рәсәйҙең Транспорт министрлығына тапшырыласаҡ.

Й. БАЙЫШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға