«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Әсәлек капиталы» тирәләй үҙгәрештәр



27.08.2011 «Әсәлек капиталы» тирәләй үҙгәрештәр

Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәүсе һәм баланы (балаларҙы) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусы граждандарға бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата пособиены тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланды.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пособие «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында» Федераль закондың 6-сы статьяһында ҡаралған «әсәлек капиталы» күләмендә уллыҡҡа алынған һәр балаға түләнә.
Бала алыусылар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособиены тулыһынса йәки өлөшләтә киләһе йүнәлештәрҙә тотона ала: бала алған ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға; уллыҡҡа алынған баланы дауалауға; уны шифахана-курорттарҙа һауыҡтырыуға; балаға белем биреүгә.
Ике һәм унан да күберәк баланы уллыҡҡа алған осраҡта бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата пособие һәр балаға түләнә.
Пособие тәғәйенләү тәртибендә ошондай сикләү бар: уллыҡҡа алған кеше баланың үгәй атаһы йәки үгәй әсәһе булһа, пособие түләнмәй.
ҡарар 2011 йылдың 1 ғинуарынан һуң көскә инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға