«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташтарҙың Польшаға походы



23.08.2011 Яҡташтарҙың Польшаға походы

ҡариҙел районы составына ҡараған Хәлил ауылына нигеҙ һалыусы Хәлил Яҡупов хаҡында яҙмаҡсымын. Ул оҙаҡ йылдар Суннар улусы старшинаһы булып торған. Был административ һәм хәрби вазифаны ул атаһы Яҡуп Сынмырҙин үлгәс ала, тик теүәл ваҡыты билдәле түгел. Ләкин ХVIII быуаттың алтмышынсы йылдарында ул инде улусты етәкләгән була. Унда 284 йорт иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналиндың улусында 115 йорт булған.
Тарихи әҙәбиәттә Хәлил Яҡупов тураһында төрлө фекер йөрөй. И. Гвоздикова уны Пугачев болаһы ваҡытында хөкүмәткә тоғро ҡалғандар иҫәбенә индерә, ә С. Таймаҫов, боласылар тарафдары, тип иҫәпләй. Баш күтәреүселәр отрядтары башлыҡтары һәм батшаға ҡаршы хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусыларҙың күпселегенән айырмалы рәүештә, ул тикшереү комиссияһы ҡулына эләкмәй, шунлыҡтан енәйәт эше ҡуҙғатылмай. Шуға ла күренекле яҡташыбыҙҙың тормош юлын аныҡ итеп күҙаллап, крәҫтиән һуғышы башында уның ҡайһы яҡлы булып, нимәләр эшләп йөрөүен тасуирлауы ауыр. Кем хаҡлы: С. Таймаҫовмы, әллә И. Гвоздиковамы? Был һорауға яуап биреү өсөн Ырымбур өлкәһенең Дәүләт архивында һаҡлан­ған документтар нигеҙендә Хәлил Яҡуповтың 1773 – 1775 йылдарҙағы крәҫтиән һуғышы алдынан бер нисә йыллыҡ ғүмерен, йәғни башҡорттарҙың Польшаға походын яҡтыртырға кәрәк.
Рәсәй хөкүмәте үҙенең тышҡы хәрби программаһын бойомға ашырғанда илдең иррегуляр (даими булмаған) ғәскәре составында башҡорт атлыларын бик йыш файҙалана. Башҡорттар, һуңынан юғары властарға мөрәжәғәт иткәндә, үҙ командалары тураһында ғорурлыҡ менән былай ти: «Төрлө ваҡыттарҙа хәрби мохтажлыҡ булғанда улар походтарҙа файҙаланылды. Мәҫәлән, Азов, ҡырым, Севск яҡтарына, Пруссияға, Польшаға, Швецияға барҙылар. Ошо хеҙмәттә ғүмерҙәрен аяманылар».
Польша һәм Литваны берләштергән Речь Посполитая ХVIII быуаттың икенсе яртыһында бик ауыр эске ҡаршылыҡтар кисерә. Илдең күп төбәктәрендә төркөмдәр, конфедерациялар хәрәкәт итә, улар Рәсәйгә лояль король Август Дүртенсегә һәм Сеймдың католиктар менән католик булмағандарҙың («диссиденттар») хоҡуҡтарын тигеҙләүсе ҡарарҙарына ҡаршы сығыш яһай.
1768 йылдың февралендә, Бар ҡалаһында, Баш (Генераль) конфедерация ойошторола, ҡораллы отрядтар туплана һәм король ғәскәр­ҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлана. Понятковский үтенесе буйынса, Рәсәй Речь Посполитаяға үҙ ғәскәрен индерә.
А. Суворов һәм поляк генералы К. Браницкий етәкселегендәге ғәскәрҙәр конфедеранттар көстәренә бер нисә мәртәбә ҙур зыян килтерә, ләкин партизандар хәрәкәте һүрелмәй. Бер үк ваҡытта Төркиә 1768 йылдың 25 сентябрендә Рәсәйгә ҡаршы һуғыш иғлан итә. Ике яҡҡа һуғыш алып барыуы Рәсәйгә ауырға төшә. Шунлыҡтан, Польшалағы рус армияһының баш командующийы, генерал-поручик А. Бибиков алдына тиҙ арала һуғыш хәрәкәттәрен тамамлап сығыу бурысы ҡуйыла.
Хәрби коллегия 15 октябрҙә Ырымбур губернаторы Рейнсдорпҡа батшабикә указының күсермәһен һәм башҡорт ғәскәрен ойоштороу тураһындағы үҙ указын юллай. Унда ғәскәрҙең ун командаға бүленергә тейешлеге, фатир мәсьәләһе һәм аҙыҡ-түлек табыуы яйлыраҡ булһын өсөн уларҙы бер-бер артлы, бер нисә көн һайын оҙатып тороу бойорола. Губернатор «тоғро башҡорт старшиналарына һәм башҡорт халҡына» мөрәжәғәтендә Екатерина Икенсенең әмере менән таныштыра, ошо хеҙмәте менән башҡорт яугирҙарының халҡына дан килтерәсәгенә айырым баҫым яһап әйтә.
Өфө воеводаһы А. Борисовтың тәҡдиме менән, губернатор Себер даруғаһы ҡыр-танып улусы старшинаһы ҡолой Балтасовты ғәскәр­ҙең баш начальнигы илтеп тәғәйенләй. Өсәр йөҙ кешенән торған командаларға башлыҡ итеп ете улус старшинаһы, өс поход старшинаһы билдәләнә. Уларҙың һәр береһенә Рейнсдорп башҡорт телендә яҙылған теләк-юллама менән мөрәжәғәт итә.
Ғәскәр туплау бик әүҙем бара. Билдәләнгән маршрут буйынса 18 декабрҙә Өфөнән беренсе команда юлға сыға. Унан һуң көн һайын икенсенән алып алтынсы командаға ҡәҙәр 23 декабргә тиклем китеп тора. Башҡалары, алыҫтарҙан килеүселәрҙе көтөп, ахыры, бер аҙ тотҡарлана: етенсе, һигеҙенсе төркөмдәр – 25 һәм 30 декабр­ҙә, ә туғыҙынсы, унынсыһы 1772 йылдың 1 һәм 4 ғинуарында алыҫ сәфәргә сыға. Башҡорттар Өфө тирәһендәге йыйылыу пункт­тарына үҙ аттарында, ҡорал һәм кейемдәре менән йыйылған була.
Польшаға ебәреү өсөн һигеҙенсе команданы туплау (шунда Суннар улусы старшинаһы Хәлил Яҡупов командаһы ла саҡырылған була, был хәҙер ҡариҙел районы) 1771 йылдың ноябре уртаһынан декабрь аҙағынаса дауам итә. 30 декабрҙә Өфөлә 263 кешелек команда йыйылып бөтә. Уға башлыҡ итеп Себер даруғаһы ҡушба улусы старшинаһы Иҫәкәй Садиров билдәләнә. Ведомость буйынса, Хәлил Яҡуповтың (ҡариҙел районының Хәлил ауылына нигеҙ һалыусы) һигеҙ аты, мылтығы, уҡ-һаҙағы, ҡылысы менән һөңгөһө була. Есаул Бохар Шоңҡаров өс ат, мылтыҡ һәм һөңгө алып килә. 61 рядовой яугир 61 ат, 13 мылтыҡ, 48 уҡ-һаҙаҡ, 5 ҡылыс, 61 оҙон һөңгө менән ҡораллаған була.
Башҡорт ғәскәрҙәренең Речь Посполитая сигенә юлы өс ай дауам итә. Майор И. Шмаков губернаторға хәбәр итеүенсә, барлыҡ башҡорт командалары «апрель айының беренсе числоларында иҫән-имен Смоленск ҡалаһына килеп етте, унан тулы составта бойоролған походҡа сығып китте».
Билдәле булыуынса, 15 апрелдә А. Суворов Краков замогын ала. Башҡорт командаларының, һис юғында уларҙың бер өлөшөнөң, Суворов етәкселегендә һуғыштарҙа ҡатнашыуы бик ихтимал. Бар конфедеранттарының етеҙ хәрәкәт итеүсе партизан отрядтарына ҡаршы көрәшеү өсөн уларҙан да йәһәтерәк йөрөүсе ғәскәр, йәғни һыбайлылар ифрат ныҡ кәрәк була. Башҡорт атлылары конфедеранттарҙың айырым-айырым отрядтарының берләшеүенә һәм ҙур хәрәкәттәр барған төбәктәргә юлланыуына ҡамасаулыҡ тыуҙыра.
25 августа Хәрби коллегия А. Бибиковҡа күрһәтмә ебәреп, башҡорт ғәскәренең ике мең кешелек өлөшөн Өфөгә ҡайтарыуҙы талап итә, ә мең кеше киләһе йәйгә тиклем Литвала ҡала. Бибиков 4, 8 һәм 9-сы командаларҙы һайлап ала, унда 933 кеше, шул иҫәптән утыҙ өсө хәрби чинлы була. 2042 кеше өйҙәренә юллана. ҡолой Балтасовтың үтенесе менән Ырымбур губернаторы башҡорттарға, Өфөлә йыйылып тормайынса, тыуған яҡтарына яҡынлашыу менән өйҙәренә таралырға рөхсәт бирә. 1773 йылдың авгусында башҡорт һыбайлыларының һуңғы төркөмөн тыуған илгә ҡайтарырға бойороҡ була.
Уларҙы ҡаҙанда туҡтаталар һәм Е. Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр болаһын баҫтырыу өсөн ебәреләсәк хөкүмәт ғәскәрҙәренә индереп, ҡорал һатып алырға рөхсәт итәләр, ошо ихтилалды баҫтырырға юлланыусы Ф. Фрейман корпусы составына индерәләр, ләкин Башҡортостанға килеп етеү менән команда баш күтәреүселәр яғына сыға.
Польша походынан ҡайтҡан башҡорт яугир­ҙарының күпселеге Башҡортостан ерендә барған халыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Һуғыш тәжрибәһе, шулай уҡ Польшала һәм ҡаҙанда алған ҡорал Пугачев отрядтарында уларҙы етди көскә әйләндерә. Әйтергә кәрәк, Польшаға походта етенсе команда башлығы булып ҡатнашҡан Юлай Аҙналин, һигеҙенсе команда составында Сборное Уложение депутаты Туҡтамыш Ишбулатов, унынсы команда составында булған Кинйә Арыҫланов, ҡасҡын Һамаров Пугачев яуы ваҡытында күренекле шәхестәр булып китә.
Улар менән Хәлил Яҡупов, моғайын, таныш булғандыр һәм уларҙың фекер-уйҙары Яҡуповҡа крәҫтиән һуғышына ҡарата үҙ позицияһын булдырыуҙа йоғонто яһамай ҡалмағандыр.
1773 йылдың ноябрендә Хәлил Красноуфимск ҡәлғәһе кешеһе А. Стадухинды һәм Усанан пехота һалдаты С. Кузнецовты әсиргә ала һәм Пугачев станына алып китә. Юлда барғанда ҡулға алыныусыларҙы Пугачев полковнигы Иван Губанов (Өфө казагы) азат итә. 1774 йылдың ғинуарында Чесноковка ауылындағы боласылар лагерында (Өфө янында) Хәлилде бысаҡ менән сәнсеп үлтерәләр. «Башҡортостан территорияһында 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы» документтар йыйынтығында (Өфө, 1975 й.) бола күтәреүсе провинцияларҙағы хәрби-административ вазифалы кешеләрҙең ошо йылдарҙа төҙөлгән исемлеге килтерелә. Унда, башҡалар араһында, Суннар улусы старшинаһы Хәлил Яҡуповтың да исеме бар.
Хәлилдең улы Шамҡай ҡала (1763 – 1818). Ейәндәре: Фәтҡулла, Хәбибулла, Рәхмәтулла, Шаһиәхмәт, Хисмәтулла.

Ф. САФИН,
ҡариҙел районы Балмазы мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, крайҙы өйрәнеүсе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға