«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бер өлкә лә ситтә ҡалманы



23.08.2011 Бер өлкә лә ситтә ҡалманы

Бер өлкә лә ситтә ҡалманы
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Федоровка ра­йо­нында ауыл хужалығы пред­приятиелары, ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм Фе­доровка ауылының 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты.
Ураҡ ҡыҙған осор. Эш сәфәрен баҫыуҙан башламау мөмкинме һуң? Пре­зидент «Азат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тәүҙә урып-йыйыу эштәре барышы, киләсәккә пландар менән танышып, иген һатыу мәсьәләһенә айырым туҡталды:
– Игенде арзан хаҡҡа һатырға һис ярамай – резерв фондын булдырыу тураһында уйлашырбыҙ, ашлыҡты элеваторҙарҙа бушлай һаҡлау мөмкинлеге тураһында һөйләшеп килешергә тура киләсәк.
Быйыл республика етәкселеге һауын һыйырҙарҙы арттырыу мәсьә­ләһенә иғтибарын көсәйтте. Шуға күрә лә юлын артабан хужалыҡтың һөтсөлөк-тауар фермаһында дауам итте. Фермалағы һәр нәмә юғары ҡунаҡтың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Үрге Яуыш ауылында ул «Солод» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә ҡур етештереү эше менән ҡыҙыҡ­һынды һәм, етештерелгән продукция был бизнесты уңышлы алып барыу форсатын күрһәтә, шунлыҡтан бындай предприятиеларға етештереү күләмен артты­рыр­ға кәрәк, тип билдәләне. Был йәмғиәт ауыл хужалығы етештереүсеһе категорияһына инмәгәнлектән, дәүләт дотацияһы һәм субсидиялар ала ал­мауы асыҡланды.
– Ул – беҙ­ҙең аграрий, шун­лыҡтан уға формаль билдәләр буйынса ғына яр­ҙам итеү­ҙән баш тартырға тейеш түгелбеҙ, – тине рес­пуб­лика башлығы.
Алешкин ауылында Рөстәм Хәмитов «Баш­ҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инә ҡаҙҙарҙы аҫрау һәм үҫтереү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды.
– Бурыс – бер-ике йылда аяҡҡа баҫһын өсөн фермерҙарға ярҙам итеү, – Рөстәм Хәмитовтың был һүҙҙәре ҡошсоларҙың күңеленә май кеүек яғылды.
Район үҙәгендә Президент 1-се дөйөм урта мәктәптең яңы уҡыу йылына әҙерлеге, дөрөҫөрәге, ундағы кисектергеһеҙ хәл итә торған мәсьәләләр менән танышып, үҙ баһаһын биреп, һығымта яһаны.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға