«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфө предприятиеларында – 2000 вакансия!



23.08.2011 Өфө предприятиеларында – 2000 вакансия!

Өфөлә үткән вакансиялар йәрминкәһендә быйыл юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларға ике меңдән ашыу вакансия тәҡдим ителде.
Кисәге студенттар өсөн вакансиялар йәрминкәһе баш ҡалала йылына бер генә ойошторола. Әле эш эҙләү менән мәшғүл йәш белгестәрҙең уға ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныуы, бәлки, шуның менән аңлатылалыр ҙа. Аҙна һайын «бөтәһе өсөн» үткәрелгән ябай вакансиялар йәрминкәһендә 500 – 600 кеше ҡатнашһа, уҡыу йорттарын яңы тамамлаусылар өсөн сарала өс тапҡырға күберәк булды.
Һөнәри белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн үткәрелгән йәрминкәлә 50-гә яҡын баш ҡала предприятиеһы ҡатнашты. Бынан тыш, Республика һәм Өфө йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәктәре лә үҙ вакансияларын тәҡдим итте.
– Бөгөн беҙҙең вакансиялар йәрминкәһендә 1800 кеше ҡатнашты. Эш биреүселәр менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәләре буйынса 200-гә яҡын уҡыу йортон тамамлаусы эшкә саҡырыу алды, – ти Өфө халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең эш биреүселәр менән бәйләнеш бүлегенең баш инспекторы Ольга Перминова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға