«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



23.08.2011 Донъя яңылыҡтары

Төньяҡ Кавказ бюджеты… боевиктарҙы «ашата»
Донъя яңылыҡтары
Ошо төбәктә эшләгән офицер «Аргументы.ру» менән әңгәмәһендә шулай тип хәбәр иткән.
Дағстан, ҡабарҙы-Балҡар, Ингу­ше­тия кеүек республикаларҙың райондары бюджетының өстән бер өлөшө боевиктар ҡулына эләгә икән.
Схемаһы ябай: теге йәки был мөлкәтте һатыу ойошторола ла, район башлығы ҡарамағындағы фирмалар һатып ала. Был килешеүҙәрҙең күбеһенең суммаһы «урман»ға китә. Ни өсөн тигәндә, район хакимиәттәре етәкселәре боевиктарға ҡаршы тора алмай, йыш ҡына урындағы полиция бүлеге лә улар ҡарамағында була. Әлеге мәғлүмәттәрҙе еткергән офицер фекеренсә, Төньяҡ Кавказ республикалары райондарына башлыҡты урындан түгел, ә Рәсәйҙә танылған, бизнесы булған шәхестәрҙе ҡуйырға кәрәк, имеш.

Лондонда 30 мең кеше бола ойошторған

Англияның баш ҡалаһы Лондонда 6 августан 10-ына тиклем булған урам тәртипһеҙлектәрендә 30 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы асыҡланған.
Полиция мәғлүмәттәре буйынса, шул көндәрҙә баш ҡалала 3296 енәйәт теркәлгән. Бында һүҙ талау, яндырыу, емереү хаҡында бара. Һәр енәйәт сама менән ун кеше тарафынан ҡылынған. Әле урамдағы видеокамералар яҙмалары буйынса тикшереүҙәр бара, боласылар асыҡлана.
Әйткәндәй, Бөйөк Британия ҡалаларындағы тәртипһеҙлектәрҙә барлығы биш кеше үлгән.

Каддафиҙың дошмандары байрам итә

Ысынмылыр-бушмылыр, Ливия оппозиционерҙары илдең баш ҡалаһы Триполиҙы баҫып алған.
Хөкүмәт ғәскәре ни бары Муаммар резиденцияһы тирәһен генә контролдә тота.
Әл-Йәзирә телеканалы Трипо­лиҙың төп майҙанынан баш күтәреүселәрҙең байрам итеүен күрһәтә. Бында меңәрләгән кеше һауаға ата, Муаммар Каддафиҙың портретын тапай. Муаммар үҙе һуңғы көндәрҙә халыҡ алдында, оппозицияға ҡаршы сығырға саҡырып, өс тапҡыр сығыш яһаған. Уның улдары Мөхәммәт менән Сәйеф Әл-Ислам әсиргә алынған, тигән хәбәр бар. Тәүгеһенең сәйәсәткә бөтөнләй ҡыҫылышы булмаған. АҡШ Президенты Барак Обама әйтеүенсә, Триполи тиран ҡулынан иреккә сыға, Каддафи режимы «ҡолатыла».
ҡайһы бер сығанаҡтар, оппозиционерҙарҙың баш ҡаланы баҫып алыуы уйҙырма, видеомонтаж кадр­ҙары күрһәтелә, тип белдерә.

ҡытайҙар ағыуланған

ҡытайҙың көньяғында урынлаш­ҡан Синьян-Уйғыр автономиялы районында 150 кеше ризыҡтан ағыу­ланған, шуларҙың 11-е үлгән.
Санчжу ауылында йома кис халыҡ күпләп ҡорошҡаҡ тотоуҙан, уҡшыу­ҙан йонсой башлай. Икенсе көнгә ҡорбандар ҙа була. Зыян күреүселәр­ҙең барыһы ла мосолман, ураҙа тотоп, ҡояш байығандан һуң ауыҙ асырға йыйылған була.
Яҡынса фаразлауҙар буйынса, халыҡ уксус менән ағыуланған. Һеркә элек антифриз һалынған канистрҙарҙа һаҡланған. Әлегә ғәйеплеләр асыҡланмаған. ҡытайҙа күпләп ағыуланыу осраҡтары йыш теркәлә. 10 августа ғына 110 кеше – бысраҡ, унан бер ай самаһы алда 600-ләбе ҡурғашлы һыу эсеп зарар күргән.
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға