23.08.2011 30 август – ял көнө
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғо менән Ураҙа байрамын билдәләгән көн, 2011 йылдың 30 авгусы, ял һәм байрам көнө тип иғлан ителде. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылдың 29 авгусында эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә Ураҙа байрамындағы ял һәм байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.