«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Был аҙнала беҙҙе...



20.08.2011 Был аҙнала беҙҙе...

ҡурҡытты...
Был аҙнала беҙҙе...
Приморье өлкәһендәге йылға ярында кеше ашаусы акуланың килеп сығыуы туристарҙың ҡотон алды.
Был йырт­ҡыс төрлө урында өс кешегә һөжүм иткән. Кешеләр, шөкөр, яраланһа ла, үлмәгән.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре туристарға акуланан нисек ҡотолорға өйрәтә һәм Приморьелағы һыуҙа күҙгә йүнләп күренмәҫ тропик селәүсендәр барлығын хәбәр итә.
Урындағы халыҡ акулаларҙың килеп сығыуына аптыраһа ла, белгестәр бында бер ниндәй ҙә мөғжизә күрмәй. Уларҙың фекеренсә, акулалар һыу йылы булған ергә күсеп йөрөй. Шунлыҡтан сентябрь етеү менән был йырт­ҡыстар Приморьены ташлап китер тип тә ышандыралар.

Уйландырҙы...
Илебеҙҙең төп мегаполисы – Мәскәү биләмәләрен тағы ла ҙурайтып, Калуга өлкәһенә тиклем еткерергә булғандар.
Тәүҙә баш ҡаланы 2,4 тапҡырға киңәйтергә йыйыналар ине. Бының өсөн Мәскәү янындағы ҙур территорияларҙы үҙгәртеп, камиллаштырып, ҡала майҙаны иҫәбенә индерергә тура килә. Әммә халыҡ ҡаланың үтә лә ҙурайыуын хәүеф менән ҡабул итте. Был бигерәк тә Мәскәү ҡалаһының төп халҡы күңеленә ятмай. Тик нишләйһең инде – хәҙерге заман кешеләренең күпселеге мегаполистарға ынтыла, урындағы халыҡҡа киң күңеллерәк булырға тура киләсәк.
Хәҙер Мәскәүгә 15 эре муниципаль берәмек ҡушыласағы асыҡланды. Уларҙан башҡа вағыраҡтары ла бар.

Хәүефләндерҙе...
Кисә Япо­ния­­ның Фуку­сима префектураһы ярында көслө ер тетрәгән.
Уның ҡеүәте 6,8 балл тип билдәләнгән. Шулай уҡ Токио ҡалаһында ла ер тетрәү һиҙелгән. Фукусима префектураһы бөтә донъяға цунами аҫтында ҡалған атом электр станцияһы менән билдәле. Әле унда хәл ҡатмарлы – белгестәр зарарлы матдәләрҙе тирә-яҡ мөхиткә сығармаҫҡа тырыша.
Ер тетрәү арҡаһында Японияла тағы ла цунами ҡотороуы ихтимал. Унда әле үк бейеклеге ярты метрға еткән тулҡындар күренә башлаған. Улар атом электр станцияһындағы проблемаларҙы тағы ла арттырмаһын ине, тип теләргә генә ҡала.

ҡыуандырҙы...
Рәсәй мәктәптәрендә физкультура дәресе уҡыу­сылар тарафынан кәрәкмәгән, файҙаһыҙ бер нәмә һымағыраҡ ҡабул ителә.
Шуға ла Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы уҡыусыларға ярҙамға килергә булған.
Хәҙер физкультура менән бергә фитнес, аэробика, гимнастика ла ойоштороласаҡ. Бөгөн популяр булған спорт менән шөғөлләнә башлау практикаһын 2012 йылда уҡ индерергә ниәтләйҙәр. Ысынлап та, физкультура дәресендә башҡарылған күнекмәләр әллә ҡасан билдәләнгән һәм бөгөн көнүҙәклеген юғалтҡан. Ә үҫмерҙәр, йәштәр фитнесҡа, аэробикаға хатта аҡса түләп, уҡыуҙан һуң да йөрөргә риза.
Мәктәптәр яңы күнекмәләр үткәреү өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, ә инде уҡытыусыларға заманға яраҡлашырға тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға