«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙгә ҡунаҡҡа немецтар киләсәк



20.08.2011 Беҙгә ҡунаҡҡа немецтар киләсәк

23 августа ГДР-ҙың Оберхаузен ҡалаһынан йәштәр делегацияһы Халыҡ-ара «MULTI» программаһы сиктәрендә Өфөгә килә. Уларҙың сәфәренең маҡсаты – йәштәр сәйәсәте өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, йәштәр сәйәсәте һәм балаларҙың, йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары буйынса органдар вәкилдәре менән аралашыу.
Сәфәр көндәрендә делегация составында 12 йәштән 19 йәшкә тиклемге 15 егет менән ҡыҙ Өфө ғаиләләрендә йәшәйәсәк. ҡунаҡтар йәштәр, спорт, мәҙәни һәм мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, төрлө йүнәлештәге бейеү проекттарында һәм мастер-кластарҙа, ҡала буйлап экскурсияларҙа ҡатнашасаҡ. Улар шулай уҡ сәскәләр байрамына барасаҡ, Белем көнөнә арналған сараларҙы, бильярд, волейбол һәм футбол ярыштарын ҡараясаҡ. Бынан тыш, республика райондарына ла сәфәр ҡаралған. Мәҫәлән, Әбйәлил районында немец балалары кейеҙ баҫыусылар менән аралашасаҡ, кәмәлә, катамаранда, һыбай йөрөйәсәк. Ә Туймазы районында туризм менән шөғөлләнәсәктәр. Бөрөлә урындағы дәүләт социаль-педагогик академия студенттары менән аралашып, һәүәҫкәр ижад менән танышасаҡ. Өфө районында «Алексеевский» совхозын, Чапаев музейын, ҡыҙылъяр ауылындағы сиркәүҙе ҡараясаҡ.
Йәш ҡунаҡтар республикала 4 сентябргә тиклем буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға