«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Килешеү торлаҡ төҙөлөшөн арттырасаҡ



20.08.2011 Килешеү торлаҡ төҙөлөшөн арттырасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашыуы барышында республикала ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеүҙә яҡтарҙың үҙ-ара тығыҙыраҡ эшләүе тураһында һөйләшеп килешеүгә өлгәшелде.
Атап әйткәндә, федераль ерҙәрҙең бер өлөшөн республиканың торлаҡ төҙөлөшө программаһына йәлеп итеү күҙ уңында тотола.
Йәнә бер федераль орган – Федераль торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды – торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән уларҙы комплекслы үҙләштереүгә тәғәйенләнгән ер участкалары баҙарын үҫтереүҙә ярҙам итәсәк. Торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкаларын һатыуҙан алынған килем республика бюджетына һәм муниципаль берәмектәр бюджетына тигеҙ нисбәттә йүнәлтеләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға