«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сит илгә сыҡҡың килһә, бурысыңды түлә



16.08.2011 Сит илгә сыҡҡың килһә, бурысыңды түлә

Хәҙер банкыларға, һалым органдарына бурысын, алимент һәм башҡа түләмдәрен ҡаплай алмаған кешенең бурысы 5 мең һумға барып етмәһә, уның өсөн «шлагбаумдар» һәр яҡҡа ла асыҡ: суд приставтары һәм һалым йыйыусылар, үҙ-ара килешеп, бурысы булған кешене сит илгә сығарыу-сығармау буйынса минималь ценз билдәләгән. Был тәҡдим әле Юстиция министрлығында тикшереүҙә.
Быға тиклем «ҡара исемлек»кә 100 һум штраф өсөн дә эләккәндәр. Рәсәй федераль суд приставтары хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл тәүге дүрт айҙа шундай 120 мең тирәһе кешегә сит илгә сығыу тыйылған. Шуларҙың яртыһын тиерлек алиментсылар тәшкил итә.
Үҙенең бурысы булыуы-булмауын белгеһе килгән кеше интернет аша мәғлүмәт ала ала (www.fssprus.ru). Бының өсөн үҙ исем-шәрифеңде, паспорт мәғлүмәттәрен һәм ИНН-ыңды яҙырға ғына ҡала.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға