«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ағиҙел төбөндә... буйвол мөгөҙө



16.08.2011 Ағиҙел төбөндә... буйвол мөгөҙө

Ағиҙел төбөндә... буйвол мөгөҙө
Өфө янында Ағиҙел төбөнән ҡом сығарған ваҡытта кранға ауыр һәм сәйер нәмә эләгә. Баҡһаң, ул 15 килограмм самаһы ауырлыҡтағы мөгөҙ, имеш. Юҡ, үгеҙ йә һыйырҙыҡы түгел, ә буйволдыҡы.
Пароход капитаны Илфат Зәкиев әйтеүенсә, тәүҙә уны бүрәнә ҡалдығы тип уйлап, ташларға ниәтләй. Иғтибар­лап ҡараһа, мөгөҙгә оҡша­ған. Капитан табышты таҙарта һәм таныш археологы кәңәше менән лак һөртә (таралып төшмәһен өсөн).
Археолог Гүзәл Ғирфанова был мөгөҙҙөң һыу төбөндә өс мең (!) йылдан ашыуыраҡ ятыуын фаразлай. Әле артефакт пароходта, капитан кабинаһы эргәһендәге иң «абруйлы» урында тора.
Әйткәндәй, суднола 15 йыл эшләү дәүерендә Илфат Вәкил улы борон­ғо хайуан ҡалдыҡтарын байтаҡ тапҡан була, ә бындай ҙуры тәүгә эләккән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға