«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ағас тәү сиратта мохтаждарға биреләсәк



16.08.2011 Ағас тәү сиратта мохтаждарға биреләсәк

Ағас тәү сиратта мохтаждарға биреләсәк
БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин Бөрйән районында халыҡты ҡабул итте.
Был төбәктә урман, ағас алыу мәсьәләһе ярай­һы уҡ көн үҙәгендә тора. Шуға ла министрға үҙ проблемалары, үтенестәре менән 70-тән ашыу кешенең мөрәжәғәт итеүенә аптырарға түгелдер. Бөрйәндәрҙе иң борсоғаны, әлбиттә, кәрәк-яраҡҡа ағас алыу ине. Һорауҙар шулай уҡ районда ағас әҙерләү һәм эшкәртеү тармағына ҡараған бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә бәйле булды.
Рәжәп Нәбиуллин халыҡты урман ҡануниәтендәге ағас бүлеү йышлығын билдәләгән үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Әгәр элек йортто ремонтлауға йә йорт-ҡура тирәһенә ҡаралтылар төҙөүгә 15 йылға бер тапҡыр ағас алыу мөмкинлеге булһа, хәҙер ул ваҡыт 5 йылға тиклем ҡыҫҡартылған. Тағы ла шуныһы: кәртә, һарай, аласыҡ кеүек ҡаралтыларҙы ремонтлауға өс йылға бер мәртәбә ағас алырға мөмкин (элек биш йылға бер тапҡыр бирелә ине). Йорт төҙөү өсөн иһә ҡағиҙәләр шул уҡ ҡалған: кеше 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометрға тиклем ағас алыу хоҡуғына эйә. 20 кубометрғаса күләмдә утынлыҡ ағас йыл һайын бирелә.
Министр билдәләүенсә, ағас алырға теләгән кеше «Бөрйән урмансылығы» учреждениеһына ғариза яҙырға тейеш. Төпкөл ауылдарҙа урындағы участка лесничестволары ла ҡабул итә. Ғаризала урман алыуҙың маҡсаты асыҡ күрһәтелергә тейеш. Мәҫәлән, 2012 йылда ағас кәрәк икән, ғаризаны мотлаҡ ағымдағы йылдың ноябренә тиклем яҙып биреү талап ителә. Иң тәү сиратта ағас йәш ғаиләләргә (бигерәк тә ата-әсәләре менән йәшәгәндәргә), иҫке йортта көн күреүселәргә бүленә.
Эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, ылыҫлы ағастар менән генә түгел, ә йомшаҡ япраҡлылар менән дә эшләргә тәҡдим ителде. Министр билдәләүенсә, ҡариҙел һәм Йылайыр райондарында тап һуңғыларынан күмер етештереү үҫешә.
Әле БР Урман хужалығы министрлығында бүленгән урманды нисек файҙаланыуҙары хаҡында граждандарҙан отчет алыуға бәйле закон проекты әҙерләнә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға