«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



16.08.2011 Донъя яңылыҡтары

Теракт иҫкәртелде
Донъя яңылыҡтары
Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҙур терактты булдырмауға өлгәште.
Йәш кенә егеттәр Мәскәү менән Санкт-Петербург араһында йөрөгән «Сапсан» поезын шартлатырға йыйынған. Төрлө милләт вәкилдәренән тупланған был төркөм, үҙҙәренең ғәйебен танып, полиция менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә башлаған. «Сапсан» поезында чиновниктар, сәйәсмәндәр күп йөрөй, халыҡ ике ҡала араһында йөрөп тә эшләй.
Террорсылар үҙҙәре бомба эшләп, шартлатҡысты платформаға ҡуйырға йыйынған. Был террорҙы 22 йәшлек ҡабарҙы-Балҡар егете ойошторған тигән мәғлүмәт бар. ҡалған өс егет Ингушетияла, Чечняла һәм Мордовияла тыуған. Улар бөтәһе лә Мәскәүҙәге бер мәсеттә танышҡан.
Белгестәр әйтеүенсә, бомба шартлатылған осраҡта йөҙләгән кеше һәләк булыр ине.

Ас ҡалыуы ихтимал
Ливия лидеры Муамар Каддафи телевизор аша халҡына мөрәжәғәт итте.
Ул, үҙенә ҡаршы баш күтәреп сығыусыларға «көн бөтәсәген» белдереп, халыҡты илдә ығы-зығы тыуҙырған кешеләр менән көрәшкә күтәрелергә саҡырҙы.
2011 йылдың февралендә Ливия менән 40 йыл буйы етәкселек иткән Каддафиҙың властан китеүен талап итеүселәр баш күтәрҙе. Һөҙөмтәлә хөкүмәт менән ябай халыҡ араһында ысын һуғыш башланды.
Әле баш күтәреүселәр, Триполи ҡалаһына илтеүсе юлды баҫып алып, халыҡты аҙыҡһыҙ һәм һыуһыҙ ҡалдырырға йыйына.

Парламент тарҡалырмы?
Былтыр ҡырғыҙстанда дәүләт власының үҙгәреүе һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләрҙең туғандары республика парламентында эшләүселәрҙән мандаттарын тапшырыуын талап итә.
Икенсе төрлө итеп әйткәндә, был парламентты тарҡатыу булыр ине. Кешеләр депутаттарҙың эше менән ҡәнәғәт түгел. Күптәрҙең фекеренсә, парламент вәкилдәре былтыр дәүләт эшенән китергә мәжбүр булған элекке Президент, уның туғандары, яҡындары яҡлы, әммә быны күрһәтмәй генә.
ҡырғыҙстандағы революция ваҡытында 77 кеше үлтерелгән, улар араһында бәлиғ булмағандар ҙа бар. Меңләгән кеше яраланған. Матди зыян күреүселәр ҙә байтаҡ.

Мәскәү мосолмандарына афарин!
Кисә Мәскәү ҡалаһындағы ҙур бер мәсет янында «Рамаҙан сатыры» мәҙәни-хәйриә проекты асылды.
Был сара алтынсы тапҡыр үткәрелә. 29 авгусҡа тиклем төрлө мәҙәни саралар уҙасаҡ, һәр көн байрамса әҙерләнгән киске аш менән һыйлаясаҡтар. Сатырға теләгән бер кеше килә ала, уның милләте йәки ниндәй дин тотоуы мөһим түгел.
Проектты Мәскәү мосолмандары тормошҡа ашыра.

Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға