13.08.2011 Республикала эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар һәйбәт
«Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй ижтимағи ойошмаһы илдең 40 төбәге араһында бәләкәй һәм урта бизнес өсөн булдырылған шарттар буйынса тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, беҙҙең республика тәүге ун имен төбәк араһына ингән.
Тикшереүҙең төп маҡсаты булып эшҡыуарҙарҙың бизнес-климат сифатын баһалауы торған. Баһа биш күрһәткес – «Күсемһеҙ милек һәм инфраструктура», «Кеше ресурстары», «Финанс ресурстары», «Административ климат һәм хәүефһеҙлек», «Поставкалаусылар системаһы» буйынса ҡуйылған. Һорауҙарға яуапты 40 төбәктән 6 меңдән ашыу респондент биргән.
Эксперттар эшҡыуарлыҡҡа йоғонто яһаусы өс факторҙы билдәләй: төбәктәге ихтыяж шарттары, иҡтисадтың өлкә структуралары үҙенсәлеге, төбәктәге бизнес-климат. Һуңғы фактор – башлыса, төбәк властарының сәйәсәтенә бәйле булыуының, ә уның сифаты урындағы хакимиәттәрҙең йоғонтоло эшләүенең күрһәткесе.
Ә бына персонал табыу һәр төбәк өсөн дә хас һыҙат. Шулай уҡ финанслау дефициты һәм юғары тарифтарҙың бизнесты тотҡарлаусы фактор булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр бизнесҡа административ баҫымдың кәмеүен билдәләй.
Ә Башҡортостан өсөн хас үҙенсәлектәр: кеше һәм финанс ресурстарының, транспорт-логистик һәм энергетика инфраструктураһының етешмәүе. Эшҡыуарҙар төрлө программалар тураһында яҡшы хәбәрҙар.
Коррупцияға килгәндә, һорауға яуап биреүселәрҙең 56 проценты эш-хәлдәрен ришүәт аша үтәмәүен белдергән, 15 проценты ришүәтселек булыуын раҫлаған, 29 проценты яуап биреүҙән баш тартҡан (шулай булмай ни, таяҡ ике осло бит!).
Шуныһы мөһим: бизнес-климаттың төп индикаторҙары буйынса баһа беҙҙә ыңғай килеп сыҡҡан. Эшҡыуарҙар поставкалаусылар системаһының яҡшы ҡуйылыуын, күсемһеҙ милеккә һәм яңы энергетика ҡеүәттәренә еңел эйә булыу мөмкинлеген күрһәткән. Шулай уҡ һәр унынсы компанияның төбәк властары тарафынан бойомға ашырылған эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү программаларында ҡатнашыуы, күпселек компанияларҙың бындай программаларҙан үҙенә файҙа алыуы асыҡланған.
Бындай рейтинг Рәсәйҙең миллионсы-ҡалалары араһында ла үткәрелгән. Унда Өфө бишенсе урынды алған.
Т. АМАНОВ.