«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урманды видеокамералар һаҡлаясаҡ



13.08.2011 Урманды видеокамералар һаҡлаясаҡ

Урманды видеокамералар һаҡлаясаҡ
Башҡортостан урмандары видеокамера ярҙамында тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү аҫтында тотоласаҡ. Әлегә тәүге шундай ҡорамал Белорет районының Сермән ауылы янында ҡуйылған. Йыл аҙағынаса Урал аръяғында, тау-урманлы, төпкөл төбәктәргә тағы һигеҙ камера урынлаштырыласаҡ. Видеокамералар янғын хәүефен күҙәтеп кенә ҡалмай, ағас ташыуҙы ла контролдә тотоуға булышлыҡ итәсәк.
Яҡын арала «күҙәтеүселәр» Белорет районының Туҡан ауылында, Әбйәлилдә Хәлил ауылы тирәһендә һәм Күгәрсен районының Побоище ауылы янындағы урманға ҡуйыласаҡ. Нәҡ ошо биләмәләр­ҙә, йыллыҡ мониторингыны иҫәпкә алғанда, янғын хәүефенең ҙур булыуы билдәләнгән.
Әйткәндәй, видеокамера ҡеүәтле – ул радиусы 30 саҡрымға тиклем арала көсһөҙ генә төтөндө, биш саҡрымдан законһыҙ урман ҡырҡыуҙы «күрә». Бынан тыш, күренеште яҡынайтыу мөмкинлегенә лә эйә. Сермәндә видеокүҙәтеү аша, мәҫәлән, ауыл сүплегенең яна башлауы, ағас тейәлгән автомашина теркәлгән. Һуңғыһын тикшергәс, урмандың законлы рәүештә ҡырҡылыуы асыҡлана.
А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға