«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Асылыкүл – тәбиғәт паркы



13.08.2011 Асылыкүл – тәбиғәт паркы

Асылыкүл – тәбиғәт паркы
Ниһайәт, Башҡортостан етәкселеге республиканың иң матур урындарының береһе – Асылыкүлде «тәбиғәт паркы» тип иғлан итте. Ошо хаҡтағы ҡарарға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.
«Асылыкүл» тәбиғәт паркы урындағы матур, уникаль тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу һәм шул ерҙәрҙә ялды ойоштороу өсөн шарттар тыуҙыра. Парк менән республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы идара итәсәк. Бында 21 кеше эшләйәсәк.
Был матур урындың дөйөм майҙаны 47500 гектар тәшкил итә. Асылыкүл – республиканың иң ҙур күле. Тәбиғәт паркында «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр үҫә, һирәк осрай торған йәнлектәр ҙә бар.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға