«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ауыл, уян – һине эш көтә!



13.08.2011 Ауыл, уян – һине эш көтә!

«2013 йылдарға крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» тип атал­ған республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде.
Төп бурыс – крәҫтиән хужалыҡтарында 25 – 100 баш һыйырҙан торған ғаилә һөтсөлөк фермаларын булдырыу һәм комплектлау проектын бойомға ашырыу. Программа буйынса йылына кәмендә ошондай 120 ферма барлыҡҡа килергә тейеш.
БР Ауыл хужалығы министрлығы дәүләт заказсыһы булып тора. Нәҡ ул республика бюджетынан маҡсатлы программаны бойомға ашырыуға субсидиялар бүлеү тәртибен билдәләп, уны республика Хөкүмәте ҡарамағына тапшырасаҡ. Муниципаль райондар хакимиәттәренә лә үҙ биләмәләрендә программаны атҡарыу сараларын хәл итергә тура киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға