«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әшәлә поездар бәрелеште



13.08.2011 Әшәлә поездар бәрелеште

Әшәлә поездар бәрелеште
Тимер юлы пассажирҙар, тауар ташыу тармағында иң хәүефһеҙҙәрҙән һаналһа ла, унда ла фажиғәләр булып ҡына тора: 11 августа киске сәғәт биштә Эҫем – Ерал аралығында күмер тейәп китеп барған тауар поезы юлда торған состав менән бәрелешә.
Һөҙөмтәлә етмешкә яҡын вагон рельстарҙан сыға. ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше ғүмерҙәре лә ҡыйылған – поездың машинисы менән уның ярҙамсыһы һәләк булған. Уларҙың икеһе лә – Өфөнөкө, 35 йәшкә лә етмәгән егеттәр.
Әле фажиғә булған урында 554 кеше эшләй. Кешеләргә ярҙамға 30-ға яҡын техника берәмеге килтерелгән. Зыян күргән тимер юлына ремонт эштәрен бөгөн-иртәгә тамамлар­ға ниәтләйҙәр ине. Әммә проблемалар­ҙың артыҡ күп булыуын билдәләргә кәрәк.
Тимер юлының зыян күреүе арҡаһында Өфө­нән Силәбегә табан йүнәлгән поездарҙы туҡтатып торҙолар. Транзит поездар ҙа маршрутын үҙгәртергә мәжбүр бул­ды. Поездарҙың йүнләп йөрөмәүе арҡаһында вокзалдарҙа ҡалған пассажир­ҙарҙы ял итеү бүлмәләренә урынлаштыр­ғандар.
Авария арҡаһында 44 поездың хәрәкәте тотҡарланды, әллә күпме пассажир ауыр хәлдә ҡалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға