13.08.2011 Игенде әлегә һатмай тороу яҡшыраҡ
Ауыл эшсәндәренә тын алырға ла ваҡыт юҡ – көҙгө уңышты урып-йыйыу осоро етте. Шөкөр, быйыл тәбиғәт беҙгә йөҙө менән боролдо – ямғыры ла етерлек яуҙы, ҡояшлы көндәр ҙә күп булды.
Белгестәр билдәләүенсә, республика баҫыуҙарында игендең уртаса уңышы гектарҙан 20,8 центнер тәшкил итә. Ә былтыр был күрһәткес 9 центнер ғына ине. Иң күп уңышты Өфө районы баҫыуҙарынан алалар, унда бер гектар майҙан 29,6 центнер иген бирә. Уларҙан һуң саҡмағоштар, стәрлетамаҡтар килә. Әлегә иген республиканың 295 мең гектар майҙанынан йыйып алынған. Был пландың 18 процентын тәшкил итә. Бөтәһе 486 мең тонна иген һуғылған.
Шулай уҡ Башҡортостан хужалыҡтарында орлоҡ ағыулау эштәре әүҙем бара. 11 августа алынған мәғлүмәттәр буйынса, был эште Ейәнсура районында тамамлағандар ҙа инде. Шулай уҡ ҡариҙел, Нуриман, Көйөргәҙе райондары хеҙмәтсәндәре лә орлоҡ әҙерләү менән етди шөғөлләнә.
Быйыл республика баҫыуҙарында ужым культураларын 660 мең гектар майҙанда сәсергә ниәтләйҙәр. Әле 27 район хужалыҡтары ужым сәсә башлаған.
ҡағиҙә булараҡ, йыл һайын урып-йыйыу ваҡытында бойҙайға хаҡ төшә. Быйыл да ошо хәл ҡабатлана. «ҡуян бала тапҡан да, ҡуйыр урын тапмаған» тигәндәй, әле фермерҙар йыйылған уңышты нисек итеп файҙалыраҡ ҡулланырға, ҡайҙа, кемгә һатырға белмәй ҡаңғыра. БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко әйтеүенсә, бойҙайҙы бөгөн һатмайыраҡ тороп, хаҡы саҡ ҡына булһа ла күтәрелеүен көтөргә кәрәк. Уңышты элеваторҙарҙа һаҡлау уңышлыраҡ буласаҡ, тигән фекерҙә белгестәр. Етмәһә, республиканың күп кенә элеваторында бойҙайҙы йыл аҙағына тиклем бушлай һаҡларға вәғәҙә бирәләр. Ә инде аҡса алғандары ла әллә ни ҙур хаҡ ҡуймай.
ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бойҙай баҙарындағы хаҡтарға республика үҙе генә йоғонто яһай алмай. Хаҡтарҙы дөйөм Рәсәй кимәлендә билдәләйҙәр. Бөгөн сит илдәр араһында Рәсәй игенен алырға теләүселәр бик күп. Әле үк 3 миллион тонна иген экспортланған. БР Ауыл хужалығы министрлығы ла игенде сит илгә һатыуҙы ойоштороу өсөн һөйләшеүҙәр алып бара. Тимәк, ысынлап та, игенде бөгөн арзан хаҡҡа һатып ебәрергә тырышыуҙың фәтүәһе юҡ. Саҡ ҡына сабыр итеү күберәк табыш килтерәсәк.