06.08.2011 Мәскәү Өфөгә яҡынаясаҡ
«Ваҡыт – аҡса» икәнлеген күптән беләбеҙ. Шуға ла уны юлда үткәреү бөгөнгө мобиль тормошҡа тап килеп бөтмәгән хәл. Рәсәйҙә әүҙем рәүештә юғары тиҙлекле тимер юлы магистралдәре төҙөлә. Улар ил буйлап поезда сәғәтенә 400 километр тиҙлек менән хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.
Ошо магистралдәрҙең береһе Мәскәүҙе Уралдың баш ҡалаһы – Екатеринбург менән тоташтырасаҡ, тип күҙаллана.
Был проектта беҙҙең республика ла ҡатнашырға иҫәп тота. Башҡортостан унда транзит төбәк булып ҡына түгел, магистралдең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы ла булырға теләй. Тәүҙә яңы тимер юлы республиканың төньяҡ өлөшө аша үтер тип планлаштырыла ине. Әммә юлдың Өфө аша һалыныуы тағы ла уңышлыраҡ буласаҡ, тип тапҡандар. Был осраҡта беҙ Мәскәүгә өс-дүрт сәғәттә елдереп барып етәсәкбеҙ.
Л. РИФАТОВА.