«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һәр кем эш тапһын өсөн



06.08.2011 Һәр кем эш тапһын өсөн

Республикала хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш тыумаһын өсөн өҫтәмә саралар программаһы булдырылған. Уға ярашлы, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар төркөмөндәгеләрҙе лә эш менән тәьмин итеү йүнәлеше ғәмәлгә ашырыла.
Быйыл был йүнәлештә ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны ла артҡан. Хәҙер ошо төркөмгә инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр генә түгел, ә күп балалы ғаиләләр ҙә инә.
Башҡортостандың Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, программа буйынса бөгөнгә 70 кеше эшкә урынлаштырылған (планға ҡарата 25 процент). Өҫтәмә саралар программаһын бойомға ашырыуға 338 миллион һум аҡса, шул иҫәптән 299 миллион һум федераль бюджеттан бүленгән.
А. АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға