«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Һағыҙ сәйнәмәйбеҙ, сәскәгә күмеләбеҙ!



06.08.2011 Һағыҙ сәйнәмәйбеҙ, сәскәгә күмеләбеҙ!

Көн һайын күреп өйрәнгән туҡталыштар янындағы киоскылар тиҙҙән юҡҡа сығыр, ахыры. Һәр хәлдә, беҙҙең күҙ өйрәнгән бәләкәй сауҙа нөктәләре булмаясаҡ: 2013 йылдан урам ларектарында һыра һатыу тыйыла.
Хәҙер эшҡыуарҙар «тар йүнәлешле» киоскылар асырға теләк белдерә башлаған. Күптәр, һыра, тәмәке, һағыҙ һатыуҙан баш тартып, йәшелсә, туңдырма йәки сәскә менән аҡса эшләргә йыйына. ҡала, район хакимиәттәренә яңы йүнәлештә эшләргә рөхсәт биреүҙе һорап мөрәжәғәт итеүселәр һуңғы көндәрҙә ҡырҡа артҡан.
Сауҙа өлкәһендәге үҙгәрештәр бының менән генә бөтмәй әле: баҡса үҫтереүселәр тауарын һатһын өсөн баш ҡала хакимиәте яңы 800 урын булды­рыр­ға ҡарар иткән. Дөрөҫөрәге, быға тиклем үк эшләп килгән баҙарҙарҙа баҡсасыларға махсус урын бүленәсәк. Урын өсөн минималь хаҡ түләнә, башлыса, территорияны таҙартҡан өсөн генә аҡса бирергә тура киләсәк. Ә инде пенсионерҙар бөтөнләй бушлай һата ала. Иң мөһиме – сауҙа урындары бер ергә тупланған һәм ойошторолған булһын.
Тағы ла бер яңылыҡ: юл аша ер аҫтынан үтеү урындарында сауҙа итеү тыйыла. Был ҡағиҙәне индереүҙең сәбәптәре байтаҡ. Мәҫәлән, унда бысраҡ йыйыла, кешеләр артыҡ күп туплана. Ә инде кешеләр йыйылған ерҙәрҙә террористик акттар ойошторолоуы ихтимал.
Әйткәндәй, Башҡортостан магазиндар һаны буйынса Рәсәйҙә алтынсы урында килә.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға