«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Агросәнәғәт комплексына көс һалырға кәрәк»



06.08.2011 «Агросәнәғәт комплексына көс һалырға кәрәк»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Дүртөйлө һәм Борай райондарында булып, уларҙағы ауыл хужалығы предприятиеларының, социаль объекттарҙың эше һәм райондар­ҙың инфраструктураһы үҫеше менән танышты.
Дүртөйлө районында ул Иҫке Байыш ауылы эргәһендәге «Рәсәй» тоҡомсолоҡ заводы» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында уңыш йыйыу барышы, ауыл хужалығы техникаһы торошо менән танышты, механизаторҙар менән аралашты, хужалыҡтың пландары һәм уңышты һатыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Предприятиеның яңы техника һатып алырға һәм эре мал һанын арттырырға ниәтләүе асыҡланды.
– Ауыл хужалығындағы хәл насар түгел, ләкин үҫештең интенсив темптарына ирешергә тейешбеҙ. Бының өсөн агросәнәғәт комплексында ҡайҙа көс һалырға кәрәклеген дөрөҫ билдәләү, производствоны ойоштороу юлдарын үҙгәртеү һәм яңы технологияларҙы индереү зарур, – тине төбәк башлығы.
Дүртөйлө ҡалаһы янындағы «Арғымаҡ» ат-спорт комплексында Президент ат аҙбарҙарын ҡараны. Ат спорты үҙәк эшенең төп йүнәлеше булып тора. Комплекс 1983 йылда К. Маркс исемендәге колхоз базаһында балалар ат-спорт мәктәбе булараҡ төҙөлгән. Был ваҡыт эсендә спорт мастерҙары, халыҡ-ара класындағы спорт мастерҙары, жокейҙар әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта бында аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 25 бала шөғөлләнә. «Арғымаҡ» комплексы аттары бөтә Рәсәй, республика һәм зона ярыштарында күп тапҡыр еңеү яулаған.
Бөгөн комплексты капиталь ремонтлау өсөн 24 миллион һум аҡса талап ителә.
– «Арғымаҡ»та ремонт мотлаҡ тамамланасаҡ һәм комплекс заманса сабыш аттары әҙерләү үҙәге булып китһен өсөн уны глобаль реконструкциялау проектын әҙерләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.
Дүртөйлө ҡалаһында республика етәксеһе алтынсы кварталдағы төҙөлөш барышы менән танышты. Бында 80 гектар майҙанда 2003 йылдан алып аҙ ҡатлы йорттар төҙөлә. Шәхси йорт төҙөү өсөн 376 ер участкаһы һәм дүрт фатирлы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 11 ер участкаһы бүленгән. 92 йорт сафҡа индерелгән. Шулай уҡ аҙ комплект­лы мәктәп төҙөү өсөн 2,65 гектар ер резервы ла бар. Тәү сиратта кварталда газ торбаһын, һыу менән тәьмин итеү, канализация селтәрҙәрен үткәреү бурысы тора. Микрорайонға газ үткәреү проекты әҙер, газды быйыл үткәрергә вәғәҙә итәләр.
Алтынсы кварталдың үҙәк урамы ҡаланы М – 7 федераль трассаһы менән тоташтыра. Киләсәктә ул Дүртөйлө ҡалаһының төп юлы булмаҡсы. Проект буйынса кварталда 11 километр юл төҙөргә кәрәк, уның смета хаҡы километрына 5 – 6 миллион һум тәшкил итә.
– Кешеләргә, тәү сиратта, өйҙәренә табан һуҙылған юл кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был мәсьәләне комплекслы хәл итеү зарур. Муниципалитеттар үҙ аҡсаһына ғына юлдар төҙөй алмаясаҡ. Проблеманан сығыу юлдарын табырға кәрәк – йә аҡсаны инфраструктураны үҫтереү өсөн урындағы властарға бирергә, йә быға маҡсатлы ресурстарҙы йүнәлтергә.

***
Рөстәм Хәмитов Борай ауылында республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә республикала эшҡыуарлыҡтың насар үҫешкәнлеген әйтте. Был административ кәртәләргә лә, матди ауырлыҡтарға ла бәйле. Кредит ресурстарының, етештереү майҙандарының етмәүе һәм айырыуса власть тарафынан иғтибар етмәү – быларҙың барыһы ла бәләкәй бизнес мәсьәләләрен тағы ла киҫкенләштерә.
Һөйләшеү барышында эшҡыуарҙар бәләкәй һәм урта бизнес­тың хәлен яҡшыртырға тейешле яңы башланғыстарҙың күбеһенең урындарҙа бөтөнләй эшләмәүен хаҡында әйтте.
– Башҡортостанда беренсе кварталда бәләкәй предприятиеларҙың етештереү күләме кәмене, – тип билдәләне Президент. – Һалымдарҙы арттырыу арҡаһында кешеләр предприятиеларын яба йәки уларҙы башҡа төргә күсерә. Эшҡыуарҙарҙың бер проценты ғына дәүләт ярҙамы ала. Был бик бәләкәй күрһәткес. Республика властары өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше мәсьәләләре тәү сиратта тора. Мин бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә нисек ярҙам күрһәтеү хаҡында уйларға тейешмен һәм муниципалитет башлыҡтарын да быға саҡырам.
Президент эшҡыуарҙар менән кәңәшмә барышында бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешен дәртләндереүгә йүнәлтелгән иң мөһим аҙымдарҙы билдәләне. Был – эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе көйләгән ҡануниәткә төҙәтмәләр индереү, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү, бизнесмендарҙың урындағы чинов­никтар­ға бәйле булыуын кәметеү һәм башҡалар.
Рөстәм Хәмитов «Молочное дело – Бураево» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һөт аҙыҡтары етештереүҙе ҡараны.
«Молочное дело – Бураево» проектына 2009 – 2010 йылдарҙа 200 миллион һумдан ашыу инвестициялар һалынған. Эшмә­кәрлектең төп йүнәлеше – һөт аҙыҡтары етештереү. Предприя­тиеның ҡеүәте – йылына 11,160 мең тонна һөт аҙығы. Һөт Борай районы хужалыҡтарынан, күрше райондарҙан, шулай уҡ Пермь крайынан һәм Татарстандан килә. Заводтың таҙартыу ҡорамалдары эше генә бер проблема булып ҡала. Киләсәктә предприятие продукцияһының ассортиментын киңәйтергә планлаштыра.
Президент республикала инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын әйтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға