«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Урман халҡы өй туйланы



09.08.2011 Урман халҡы өй туйланы

Урман халҡы өй туйланы
26 май Иглин районының Урман ҡасабаһы халҡы хәтеренән бер ҡасан да юйылмаҫ. Был көндө хәрби арсеналда утилләштереү ҡағиҙәләре боҙолоу арҡаһында бер-бер артлы снарядтар шартлай башлай һәм янғын сыға. Күптәр йорт-ерһеҙ, мөлкәтһеҙ ҡала. Башҡортостан етәкселеге уларға Иглин ҡасабаһында торлаҡ төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бында уңайлы ла, Өфөгә лә яҡын. Һәм бына, район үҙәгенең Урман урамында өс 24 фатирлы йорт һәм 13 коттедж барлыҡҡа килде.
БР Президенты Рөстәм Хәмитов үткән шәмбелә 56 ғаиләгә асҡыс тапшырҙы. Уға тиклем 116 кеше төрлө ерҙә йәшәгән. Яңы йорттар йәшәүгә тулыһынса әҙер итеп төҙөлгән. «Урал» хәйриә фонды йорт йыһаздары (йоҡо, аш-һыу бүлмәһе гарнитурҙары, йомшаҡ мебель, һыуытҡыс, телевизор һ.б.) тураһында хәстәрләгән – барлығы биш миллион ете йөҙ мең һумлыҡ ярҙам күрһәткән.
Урман халҡы өй туйланы
Район хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин әйтеүенсә, Урман ҡасабаһы халҡына ярҙам бының менән генә бөтмәй. Балалар баҡсаһы, мәктәп мәсьәләләре хәл ителде тиергә мөмкин – бәләкәстәр 5-се балалар баҡсаһына йөрөйәсәк, ә уҡыусылар 1-се мәктәпкә барасаҡ. Халыҡты эш менән тәьмин итеү ҙә көн үҙәгендә тора. Бында ла район етәкселеге булышлыҡ итергә вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов районға Иглин ауылына 225 йыл уңайынан тантаналы сарала ҡатнашырға килгәйне. Бында республика башлығы ауылға нигеҙ һалыусы Елена Иглина исемен йөрөткән паркта ла булды. Төҙөкләндерелгән парк матур ял итеү урынынан әйләнгән – ундағы быуа таҙартылған, балалар ҡаласығы төҙөлгән. Спорт майҙансығы ла бар. Рөстәм Хәмитов, унда заманса полимер материал йәйеү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тигән тәҡдим индер­ҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға