«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ерҙе теркәтеп ҡуйырға кәрәк



09.08.2011 Ерҙе теркәтеп ҡуйырға кәрәк

Үткән айҙа Башҡортостандың 45 муниципаль районында урынлашҡан 124 күсмә пунктта документтар ҡабул итеү ойошторолдо. Был хаҡта республика буйынса Кадастр палатаһынан хәбәр итәләр.
Граждандар күсемһеҙ милкенә хоҡуғын теркәү, улар менән төрлө сделкалар башҡарыу өсөн 1470 папка документ тапшырған. Шулай уҡ республиканың ауыл-ҡалалары халҡы ергә хоҡуғын рәсми теркәү, күсемһеҙ милкен кадастр иҫәбенә ҡуйыу, дәүләт пошлинаһының күләме, дәүләт теркәүе тәртибе буйынса кәңәштәр, мәғлүмәттәр алды.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Кадастр палатаһының күсмә теркәүҙәре августа ла дауам итә. Был юлы ул республиканың 43 муниципаль ра­йонындағы 450 пунктта ойоштороласаҡ.

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға