«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йәш спецназдар «Зарница»ға йыйылды



09.08.2011 Йәш спецназдар «Зарница»ға йыйылды

Башҡортостанда «Неприкосновенный запас – Дети Отчизны» милли программаһы алтынсы йыл уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Ошо сиктә йәйҙәрен «Йәш спецназ» лагерҙары эшләй, быйыл улар 40-лаған районда ойошторолдо. Программа наркотиктарға ҡаршы иҫкәртеү саралары менән ҡиммәтле.
Июль һуңында ғына тап ошо программа буйынса республика фестивале лә үткәрелде. Ул сара республиканың «Зарница» һауыҡтырыу лагеры базаһында уҙҙы. Ойоштороусыһы – Башҡортостан наркополицияһы, «Наркотиктарһыҙ Башҡор­тостан» фонды, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, урындағы район хакимиәте.
Төрлө һынау-ярыштарҙа 12 команда ҡатнашты. Турникта күтәрелеү, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, янғын һүндереү буйынса һәм башҡа ярыштарҙа оҫталыҡтарын күрһәтте егеттәр. Әлбиттә, фестивалдә ижади конкурс та булды – сәләмәт тормошто пропагандалауға арналды ул.
Благовещен, Стәрлетамаҡ, Күмертау йәш спецназдары һәр ярышта үҙен һынатманы. Һөҙөмтәлә приз­лы урындар ҙа уларҙа.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға