«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йорт советтары барлыҡҡа киләсәк



09.08.2011 Йорт советтары барлыҡҡа киләсәк

Тиҙҙән республикала торлаҡ милекселәре һәм идарасылар эшмәкәрлеген тикшереүсе ведомство-ара комиссия эш башлаясаҡ.
Намыҫлы компанияларға бынан ҡурҡырға урын юҡ. Был өлкәлә яңылыҡтар ҙа индерергә уйлайҙар. Йорт советтары булдырылып, уға рәйес һайлау – ошо иҫәптә. Рәйесте әлеге йортта йәшәүсе һәр кеше, муниципалитет, башҡарма власть органдары белергә тейеш, йәғни уның абруйлы кеше булыуы зарур. Совет йортта йәшәүселәрҙе башҡа структуралар менән бәйләүсе звено буласаҡ, тип күҙаллана.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Торлаҡ кодексына индерелгән яңылыҡтар һәм ведомство-ара комиссия эше халыҡҡа файҙа килтерәсәк һәм республиканы илдең башҡа төбәктәре араһында яҡшы яҡтан танытасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға