«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәргә ташлама буласаҡ



09.08.2011 Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәргә ташлама буласаҡ

Башҡортостанда мәҙәниәт, фән һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә хәйриә ярҙамы күрһәтеүсе предприятиелар, эшҡыуарҙарға һалым преференцияһын гарантиялаған закон проекты эшләнә башланы.
Мохтаждарға ярҙам итеүселәрҙе ентекле тикшереп, тәғәйен министрлыҡ «аҡ исемлек»кә индерә һәм улар хаҡында һалымсыларға еткерә. Шунан һуң ғына хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәргә ташламаға хоҡуҡ биреләсәк. Шуныһы ла бар: хәҙер коммерция фирмалары мохтаждарға аҡса ғына түгел, ә кәрәкле тауар бирә, хеҙмәт күрһәтә ала.
Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге тураһында Рәсәй законы 1995 йылда уҡ ғәмәлгә инеп, 2002 йылға тиклем компаниялар үҙ килеменең биш процентына тиклемен хәйриә ярҙамына тотона ала ине. Был сығымдар һалым базаһын да әҙәйткән булған, әммә ҡайһы берәүҙәрҙең мутлашыуҙары арҡаһында әлеге ташламалар бөтөрөлгән. Хәҙер иһә хәйриә күрһәтеүҙе дәртләндереүгә бәйле яңы закон сығарыу зарурлығы тыуған.
Әйткәндәй, һалым льготаһы әле лә бар. Ул «яңғыҙаҡ меценат» өсөн ғәмәлдә. Мәҫәлән, физик шәхес йылына бер миллион һум табыш алып, 250 меңен мәрхәмәтлеккә тотонған икән, һалымға түләгәнен кире ҡайтарыу өсөн (32,5 мең һумдан артыҡ булмаған сумманы) һалым инспекцияһына йыл һөҙөмтәләре буйынса декларация, ғариза тапшырырға тейеш. Был ташлама менән бик әҙҙәр генә файҙалана – берәүҙәр уны белмәй, икенселәр, льгота юллау ҡатмарлы, тип иҫәпләй.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға