02.08.2011 Берҙәмлектә – көс
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары Татарстан депутаттары менән берлектә артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса 2011 – 2013 йылдарға саралар планы төҙөгән.
Киләсәктә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың һәм Татарстан Дәүләт Советының экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса эшләүсе комитеттары бергә ултырыштар үткәрергә, ауыл ерендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған фекер алышыуҙар ойошторорға ниәтләй. Бынан тыш, көҙгө сессияла «Башҡортостанда мәғариф системаһын үҫтереү перспективалары» буйынса парламент тыңлауҙарында күрше республика депутаттары ла ҡатнашасаҡ. Ике республика парламенты планында Рәсәй Федерация Советына, Дәүләт Думаһына берлектә мөрәжәғәттәр әҙерләү ҙә бар.