02.08.2011 Ит артҡан, һөт кәмегән
Республикала етештереү кимәленә ай һайын баһа бирелә.
Шул мәғлүмәттәрҙән сығып, ауыл хужалығы тауарҙарының ҡайһы берҙәренә байҡау яһарға мөмкин. 2011 йылдың тәүге яртыһында малсылыҡ продукцияһынан ит етештереү күләме 51 968,6 тонна тәшкил иткән, һөт – 267,404 тонна. 408 611 мең дана тауыҡ йомортҡаһы алынған. Һуйыр өсөн мал һәм ҡош үрсетеү, былтырғы менән сағыштырғанда, 3,9 процентҡа артһа, һөт һауып алыу 19 процентҡа кәмегән.