«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Стратегия – 2020»гә үҙгәрештәр индереләсәк



02.08.2011 «Стратегия – 2020»гә үҙгәрештәр индереләсәк

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы буйынса кәңәшмә уҙғарҙы.
Стратегияның төп положениелары 2006 йылда уҡ төҙөлгән. Документтағы ҡайһы бер мәсьәләләр үтәлмәгән. Республика иҡтисадының иң төп етешһеҙлектәре исемлегенә тышҡы иҡтисади конъюнктураға ныҡ бәйлелеге инә. Шулай уҡ ер ресурстарын һөҙөмтәһеҙ ҡулланыу ҙа проблема тыуҙыра. Айырыуса ер һалымы йыйыу буйынса илдең башҡа төбәктәренән ҡалышабыҙ. Һалым Башҡортостанда биләмәнең квадрат километрына туғыҙ мең һум самаһы тәшкил итә, күршеләрҙә иһә 23 – 65 мең һум тирәһе.
Былтыр республикала Мәскәү архитектура институты профессоры В. Глазычев етәкләгән эксперт төркөмө лә эшләгән. Улар күп кенә тәҡдим индергән. Үҫеш стратегияһын хуплаусылар байтаҡ. Башҡортостан һәр кемгә тыныс, имен, уңайлы йәшәү төбәге булырға тейеш, тип иҫәпләй республика етәкселеге.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға