«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Үҙебеҙҙең тауарҙы һәр ерҙә танытыу кәрәк», – тигән фекерҙә республика Президенты



02.08.2011 «Үҙебеҙҙең тауарҙы һәр ерҙә танытыу кәрәк», – тигән фекерҙә республика Президенты

Башҡортостан Президенты Дүртөйлө һәм Борай райондарына сәфәрендә Борай районы үҙәгендәге «Огонек» аҙыҡ-түлек магазинына ла инде. Бында республика тауарҙарын популярлаштырыу маҡсатында маркетинг программаһы эш башлаған.
Магазинда «Үҙебеҙҙекен һайла, йәнтөйәктекен һатып ал!» («Выбирай свое, покупай родное!») тигән сағыу плакат күҙгә ташлана. Урындағы продукция – һөт, май, балыҡ, ярмалар, колбаса һәм ит изделиелары, икмәк – кәштәләргә теҙелгән. Сауҙа предприятиеһының был эшен хуплап, Рөстәм Хәмитов ошондай эште республиканың һәр мөйөшөндә алып барырға кәрәклеген белдер­ҙе.
Президент төбәктә ауыл хужалығы эштәре менән танышты, төҙөлөш эштәре туҡтатылған Борай үҙәк район дауаханаһында, Дүртөйлөлә аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөндә булды, төньяҡ-көнбайыш райондарҙың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән кәңәшмә лә уҙғарҙы.
Республикала эшҡыуарлыҡ бигүк яҡшы үҫешмәгән. Быға административ кәртәләр, матди ҡыйынлыҡтар ҙа, кредит ресурстарының етешмәүе, властың иғтибар­һыҙлығы ла булышлыҡ итә. Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ республика тулайым продуктының биштән бер өлөшөн тәшкил итә.

Әйткәндәй

Дүртөйлө ҡалаһында «Арғымаҡ» ат спорты комплексы эшләп килә. Бында 60 спорт аты тотола. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа призлы урындар яулана.
– Спорт аттарын үрсетеү – ҡыҙыҡлы, кәрәкле һәм игелекле эш, –тип баһа бирҙе республика етәксеһе, комплексты капиталь ремонтлау тураһында һөйләшкәндә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға