02.08.2011 Һыу транспорты йыш тикшереләсәк
Республика Хөкүмәтендә пассажир судноларында хәүефһеҙлекте пландан тыш тикшереү һөҙөмтәләре ҡаралды.
Иң тәүҙә шуны билдәләргә кәрәк: беҙҙә Татарстанда батҡан «Болғар» теплоходы кеүек һыу транспорты юҡ. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров әйтеүенсә, Башҡортостанда 39 пассажир судноһы бар, уның 11-е файҙаланылмай. Июлдә Ағиҙел һәм Өфө (ҡариҙел) йылғалары буйлап йөрөгән 25 судно тикшерелеп, техник хәүефһеҙлек йәһәтенән боҙоҡлоҡтар теркәлмәгән. Әммә ҡотҡарыу жилеттарын бер генә урында һаҡлау күренеше йыш осраған. Йылға регистрына ярашлы, махсус жилеттар төрлө ерҙә, балаларҙыҡы айырым урында булырға тейеш.
Пландан тыш тикшереү барлыҡ муниципаль пассажир транспортына ҡағылған. Шул уҡ ваҡытта 63 муниципалитет араһынан 32-һе генә күрһәтмәне үтәү тураһында хәбәр иткән. Бөрйән, Стәрлебаш, Нуриман райондары үҙ биләмәләрендә пассажир ташыу менән шөғөлләнмәүҙәре хаҡында белдергән. Рейдтар ваҡытында 30 закон боҙоу осрағы теркәлгән һәм 15 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Киләсәктә ошондай тикшереүҙәр йылына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ.