«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Праймериз дауам итә



02.08.2011 Праймериз дауам итә

Республикала РФ Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар тәҡдим итеү дауам итә.
Әлегә тиклем 123 кеше үҙ кандидатураһын күрһәткән. Шуларҙың береһе – «Росатом» дәүләт корпорацияһының радиоактив ҡалдыҡтар әйләнеше буйынса предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Владимир Поцяпун. Ул тәүге праймериз буйынса Башҡортостандан депутатлыҡҡа тәҡдим ителеүҙә лидер­ҙар рәтендә.
Владимир Поцяпун белдереүенсә, праймериз фирҡәләштәр, партия вәкилдәре менән осрашыу мөмкинлеге бирә. Был кандидат профессиональ рәүештә илдә ядро программаһын бойомға ашырыу арҡаһында килеп тыуған эҙемтәләрҙе бөтөрөү – мөхитте, тораҡ пункттарҙы радиоактив ҡалдыҡтарҙан таҙартыу менән шөғөлләнә.
Салауат ҡалаһында ла сираттағы праймериз башланды. Осрашыуҙарҙа үҙенең программаһын «Эшлекле Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин тәҡдим итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға