«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » әсә һөтөнә ни етә?



02.08.2011 әсә һөтөнә ни етә?

әсә һөтөнә ни етә?Башҡортостан сабыйҙарына күкрәк һөтөн имеҙеүсе әсәләр һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урында килә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1 – 7 августа донъяның 120 илендә күкрәк һөтөн имеҙеү аҙналығын ойоштора.
Бөгөн донъя сабыйҙарының 40 проценттан да аҙырағы әсә һөтө менән туҡланып үҫә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә был күрһәткес һуңғы йылда күтәрелгәндән-күтәрелә бара.
Ә Башҡортостан әсәләренә «Афарин!» тип әйтергә генә ҡала. Беҙҙә тыуған сабыйҙарҙың 75 проценты әсә һөтөн имеп үҫә. Рәсәйҙә был күрһәткес буйынса ҡалмыҡстан беренсе урында килә. Лидерҙар рәтен Волгоград өлкәһе тамамлап ҡуя. Әммә улар беҙҙән ныҡ ҡына ҡалыша.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға