«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әҙәби премия хужаһын тапты



14.09.2010 Әҙәби премия хужаһын тапты

Әҙәби премия хужаһын таптыБашҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың Указы менән хәҙерге шиғри драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, гуманизм, ватансылыҡ традицияларын яҡлаған, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия Скворцов Константин Васильевичҡа бирелде.
Константин Скворцов – Рәсәйҙең билдәле шағир-драматургы, лирик шағиры, Рәсәй Яҙыусылар союзының рәйестәше. Уның шиғыр­ҙарына яҙылған бик күп йырҙар Людмила Зыкина, Татьяна Петрова, Иосиф Кобзон, Вәхит Хызыров кеүек башҡарыусыларҙың репертуарына ингән. Уның күп лирик шиғырҙары Башҡортостанға арналған. Ул халыҡ-ара Аксаков байрамы гимнына әүерелгән «В Надеждино звонят колокола» йырының авторы ла. Константин Скворцов – билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһы Аксаков гимназияһының Попечителлек советы ағзаһы. Ижадсы йыл һайын халыҡ-ара Аксаков байрамдарын ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша. «Почёт Билдәһе» һәм «Поляк мәҙәниәте алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, бик күп әҙәби һәм йәмәғәт премиялары лауреаты булып тора.

«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға