«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Республикала – яңы эске эштәр министры



30.07.2011 Республикала – яңы эске эштәр министры

Республикала – яңы эске эштәр министрыРәсәй Президенты Дмитрий Медведев, «Полиция тураһын­да»ғы федераль законға ярашлы, полиция генерал-майоры Михаил Закомалдинды биләгән вазифаһынан бушатып, Баш­ҡортос­тан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп тәғәйенләне.
Закомалдин Михаил Иванович 1965 йылдың 5 сентябрендә ҡурған өлкәһендә тыуған. 1982 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәтен СССР Эске эштәр министрлығының Омск ҡалаһындағы милицияның юғары мәктәбендә тыңлаусы булып башлаған. Уҡыуын тамамлағандан һуң ул ҡурған ҡалаһының Совет районы эске эштәр бүлегенең енәйәти эҙләү оперуполномоченныйы вазифаһына тәғәйенләнә. Уның артабанғы хеҙмәт юлы криминаль милицияға бәйле.
2007 йылдың 30 авгусынан Карелия Респуб­ликаһы буйынса эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары, криминаль милиция начальнигы булып эшләгән. Быйыл майҙа эске эштәр министры итеп тәғәйенләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға