«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Төҙөлөш буйынса республикабыҙ ун лидер төбәк иҫәбендә



30.07.2011 Төҙөлөш буйынса республикабыҙ ун лидер төбәк иҫәбендә

Был күрһәткес буйынса республикабыҙ илдә етенсе урында тора. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында илдә йәмғеһе 20,7 миллион квадрат метр күләмендә 243,2 мең фатир сафҡа индерелгән.
Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында торлаҡ төҙөлөшөнөң иң ҙур күләме Мәскәү өлкәһендә – Рәсәй буйынса файҙаланыуға тапшырылған дөйөм торлаҡ майҙанының 9 проценты, Краснодар крайында – 7,9, Татарстан Республикаһында – 5,7, Төмән өлкәһендә – 4,6, Санкт-Петербургта – 4,2, Мәскәүҙә – 4,2, Ростов өлкәһендә – 3,9, Башҡортостан Республикаһында – 3,8, Нижегородка өлкәһендә – 3,1, Свердловск өлкәһендә – 2,3, Кемерово өлкәһендә – 2 процент. Рәсәйҙә файҙаланыуға тапшырылған дөйөм торлаҡ майҙанының яртыһынан күберәге ошо субъекттарҙа төҙөлгән.
Быйыл Башҡортостан төҙөүселәре 2,1 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға планлаштыра.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға