«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Бөтәбеҙҙе лә алда етди эштәр көтә»



30.07.2011 «Бөтәбеҙҙе лә алда етди эштәр көтә»

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика киң мәғлүмәт сараларының һәм федераль баҫмалар һәм агентлыҡтарҙың төбәк вәкиллектәренең баш мөхәррирҙәре менән осрашыуында власть органдарының киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү, федераль үҙәк һәм Рәсәй Федерацияһының субъекттары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү мәсьәләләренә ҡағылып үтте. Шулай уҡ республикалағы проблемалар һәм уларҙан сығыу юлдары тикшерелде.
Республика башлығы «ҡайҙа булыуыбыҙ, нимә эшләйәсәгебеҙ, кем булыуыбыҙ хаҡында бергәләп һөйләшергә» тәҡдим итте, «сөнки бөгөнгө көнгә был һорауҙарға яуаптар теләгән кимәлдә әле булһа табылмаған». «Дөйөм алғанда, бөгөн залда ултырыу­сылар – республика киң мәғлүмәт сараларының элитаһы. Күп йәһәттән йүнәлеш биреүсе, ғәмәлдәге тәжрибәләргә йоғонто яһаусы, улар­ҙы үҙгәртеүсе йәки дауам итеүсе кешеләр», – тип билдәләне ул.
Рөстәм Хәмитов, яҡын арала киң мәғлүмәт сараларында ижтимағи-сәйәси тормоштоң етди хәл-ваҡиғаларын яҡтыртырға тура киләсәк, тип белдерҙе.
– Беҙҙең алда декабрь айында башланасаҡ оҙайлы һайлау алды һәм һайлау осоро – ҙур ваҡыт арауығы тора. Әле РФ Дәүләт Думаһына һайлау алды кампанияһы старт алды, 2012 йылдың мартында – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау, Өфө ҡала советына һайлауҙар, 2013 йылдың мартында республика Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға һайлауҙар буласаҡ. Был ваҡыт арауығын мөмкин тиклем ҙур тетрәнеүҙәрһеҙ, конфликттарһыҙ, ауырлыҡтарһыҙ үткәрергә тейешбеҙ. Конфликттар ҙа, үҙ-ара бәрелештәр ҙә буласаҡ, осҡондар ҙа сәсрәйәсәк. Ләкин был йәмғиәтебеҙ нигеҙен ҡаҡшатырға тейеш түгел. Был эштә мин киң мәғлүмәт сараларына ҙур әһәмиәт бирәм, һәм ҡайһы бер мәсьәләләрҙе һеҙҙең менән тикшерергә теләр инем, – тине төбәк башлығы.
Ул Президент булып бер йыл эшләү дәүерендә яһаған һығымталары менән уртаҡлашты.
– Һуңғы ярты йыллыҡта Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы Президиумы составында эшләп, дәүләт етәкселәренә, Рәсәй Прези­дентына ошо уйҙы еткерергә тырыштым: беҙҙең бөйөк илдәге федераль мөнәсәбәттәр яңынан ҡарап сығыуҙы талап итә. Федерация субъекттары һәм федераль үҙәк араһында вәкәләттәрҙе бүлеү зарур. Субъекттарға, муниципалитеттарға хоҡуҡтарҙы күберәк бирергә кәрәк. Беҙҙе ишеттеләр, тип уйлайым. Һәр хәлдә, бөгөн был темаларҙы тикшергән эш төркөмдәренең эш итеү варианттары ҡарала. Бының менән шуны әйтергә теләйем: бөгөн беҙ билдәле бер йүнәлеш сиктәрендә булһаҡ та, ул йүнәлеш булһа ла, сиктәрҙе киңәйтергә, федераль үҙәк менән килешеп эш итергә йәки уға йоғонто яһарға тырышыу – әлбиттә, мөһим һәм кәрәкле эш. Минең республика Президенты булыуым шунан да ғибәрәт – республикабыҙҙың үҙенең мөмкинлектәрен һәм эш итеү даирәһен киңәйтеү. Беҙҙә бөтә яҡлап та ҙур ауырлыҡтар бар, тип әйтә алмайым, ләкин улар, әлбиттә, бар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дөйөм Рәсәйҙәге үҫеш тенденцияһынан артта ҡала барыуы иң мөһим проблема булып торалыр, моғайын. Тормош сифаты буйынса ла, сағыштырма күрһәткестәр буйынса ла артта ҡала килдек. Бындай форматта, әлбиттә, үҫешә алмауыбыҙ билдәле. Ҙур проблемалар юҡ, ләкин хәл итәһе мәсьәләләр бар, – тине республика Президенты, һүҙен йомғаҡлап.
Артабан һөйләшеү һорау-яуап йүнәлешендә барҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға