«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Етәксе вазифаһынан бушатылды



14.09.2010 Етәксе вазифаһынан бушатылды

Етәксе вазифаһынан бушатылдыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Дифғәт Хантимеровты вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Сәбәбе - спорт залында уның балалар менән «күнекмәләр» үткәреүе тураһындағы видеороликтың интернет селтәренә эләгеүе.
«Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Дифғәт Хантимеровтың спорт залындағы «эше» тураһындағы интернетта барлыҡҡа килгән «фильм» шул тиклем йәнемә тейҙе. Ул был ҡылығы менән уҡыусыларҙы түбәнһетә, ҡыйырһыта. Шуға ла мин уны биләгән вазифаһынан бушатырға тигән ҡарарға килдем», – тине Рөстәм Хәмитов.
Дифғәт Хантимеров бөтә республиканы оятҡа ҡалдырҙы, тип риҙаһыҙлығын белдерҙе ул. Видеоролик интернет селтәрендә таралған, һәм уны меңәрләгән кеше ҡараған. Шау-шыу ҡуп­тарған видеоролик артабан хоҡуҡи даирә сиктәрендә тикшереү предметына әйләнергә тейеш. ҡалалар, райондар башлыҡтарының бурысы – бюджетҡа керемде арттырыу, инвестициялар йәлеп итеү, тип өҫтәне республика етәксеһе һәм «түрәләрсә ҡыланыу»ҙарын бөтөрөүҙе талап итте. «Бындай закон боҙоуҙарға ҡаршы ҡәтғи көрәш алып барасаҡбыҙ», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты.

БР Президентының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға